Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
28 Август 2022, 16:30

Был институт үҫкәндән-үҫә

27-28 августа Стәрлетамаҡта “Сауҙагәр - 2.0” ҡунаҡсыллыҡ фестивале сиктәрендә бизнес-шерифтар өсөн стратегик сессия уҙғарылды

Был институт үҫкәндән-үҫә
Был институт үҫкәндән-үҫә

27-28 августа Стәрлетамаҡта “Сауҙагәр - 2.0” ҡунаҡсыллыҡ фестивале сиктәрендә бизнес-шерифтар өсөн стратегик сессия уҙғарылды. Сараның маҡсаты бизнес алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу һәм муниципаль берәмектәрҙә инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса мәсьәләләрҙе тикшереү ине. Бизнес-шерифтар алдында сәләмләү һүҙе менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны.

– Ике йыл ярым элек бында, Стәрлетамаҡта, республикала бизнес-шерифтар институтына старт бирҙек һәм тағы күпме эштәр башҡарырға кәрәклеген тикшерҙек. Барыһы ла килеп сыҡты, тип иҫәпләйем. Был ваҡыт эсендә муниципалитет башлыҡтары менән берлектә эшлекле әүҙемлекте үҫтереү менән шөғөлләнеүсе лайыҡлы кадрҙарҙы һайланыҡ, улар үҙҙәренең муниципалитеттарында бизнес мәнфәғәттәрен һәм инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыусы булып сығыш яһай. Әйткәндәй, бизнес-шерифтар институтын үҫтереү буйынса беҙҙең тәжрибәне федераль кимәлдә лә юғары баһаланылар. Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов был тәжрибәне илдә иң яҡшыларҙың береһе тип атаны, – тине Радий Хәбиров.

Стратегик сессияның программаһы бизнес-шерифтар менән Стәрлетамаҡ буйлап Meet-Up-экскурсияһы һәм ҡаланың ҙур предприятиеларының береһе –“Башпласт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән танышыуҙан башланды.

– Бизнес-шерифтар өсөн яңы белем алыу мөһим, улар эшҡыуарҙар һәм инвесторҙар менән һөҙөмтәлерәк эшләргә, бәләкәй һәм урта, шулай уҡ ҙур бизнесты үҫтереү өсөн булған бөтә уңайлы сараларҙы йәлеп итергә һәм үҙләштерергә ярҙам итәсәк, – тине Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Стратегик сессияны дауам итеп, тергеҙелгән тарихи биналар комплексында – 1893 йылғы сауҙагәр Патрикеев йортонда сарала ҡатнашыусылар өсөн тематик интенсивтар ойошторолдо. BezNebes агентлығы директоры Евгений Никонов етәкселегендә бизнес-шерифтар бизнес-проекттарҙы комплекслы анализларға, шул иҫәптән “Сколково” инновация үҙәге ярҙамында, эшҡыуарлыҡ берләшмәһе менән һөҙөмтәле бәйләнештәр булдырырға, презентациялар үткәрергә өйрәнде.

– Бөгөн мин үҙем өсөн бизнес-шерифтарҙы яңы яҡтан астым. Бында күпселектә яңылыҡҡа асыҡ, үҙ эше менән янып-көйгән кешеләр йыйылған. Бындай осрашыуҙар профессиональ аң даирәһен киңәйтеү, яңы тәжрибә туплау йәһәтенән ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле. Мин бизнеста булған процестар һәм проблемалар тураһында еңел һәм уңайлы формала һөйләргә тырыштым. Бизнес-шерифтарҙы яңы амбициялы маҡсаттарға илһамландыра алғанбыҙҙыр, тип уйлайым, - тине Евгений Никонов.

Стратсессияның һуңғы көнөндә Стәрлетамаҡ ҡалаһының Мәҙәниәт һарайында ҡатнашыусылар өсөн билдәле Рәсәй нәшерсеһе, маркетер һәм бизнес-тренер Игорь Манндың шәхси һөҙөмтәлелегенә һәм заманса маркетинг үҙенсәлектәренә арналған бизнес-тренингы ойошторолдо.

Эшлекле программанан тыш, бизнес-шерифтар элекке “Салауат” кинотеатры алдында Стәрлетамаҡтың тарихи майҙанында ойошторолған “Купец - 2.0” ҡунаҡсыллыҡ фестивале ҡунаҡтары булды. Өс көн дауамында ҡала ҡунаҡтары һәм туристары өсөн һөнәрселек, интерактив зоналар һәм гастрономия майҙансығы эшләне. Сараға Өфө, Бөрө, Ишембай, Салауат, Бәләбәй, Мәләүез, Туймазы, Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Иглин, Ғафури, Бишбүләк, Бәләбәй, Стәрлебаш райондары һөнәрселәре һәм халыҡ-художество кәсептәре оҫталары, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәре вәкилдәре йыйылды.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: