Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
5 Сентябрь 2022, 17:25

Юл буйында хеҙмәт күрһәтеү шарттары яҡшыра

Бының өсөн мөмкинлектәр ҙә ҙур.

Юл буйында хеҙмәт күрһәтеү шарттары яҡшыра
Юл буйында хеҙмәт күрһәтеү шарттары яҡшыра

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республикабыҙҙа юл буйы хеҙмәтләндереүе тураһында түбәндәге яҙмаһы менән уртаҡлашты:

"Башҡортостанда юл буйындағы сервис үҫешенә инвесторҙар 10 миллиард һум аҡса йүнәлтәсәк, 58 инвестор 88 объект төҙөйәсәк. Яңыларын төҙөүҙән тыш, булғандары ла модернизациялана. Эшҡыуарҙар менән, шул иҫәптән төбәктең нефть эшкәртеү тармағының ҙур ойошмалары менән дә системалы эш алып барыла.

“Башнефть” һәм “Лукойл” федераль, төбәк һәм муниципаль юлдарҙа үҙҙәренең объекттарын этаплап йыһазландырыуға кереште, шулай уҡ тораҡ пункттарҙа минимаркеттар, кафе һәм дөйөм бәҙрәфтәр булдырыуға ла иғтибар йүнәлтелә.

Булған автозаправкалау станциялары эргәһендә яңы объекттар төҙөү тураһында ла килешелде. Был компанияларға юл буйы сервисы объекттарын булдырыуға  сығымдарҙы һиҙелерлек кәметергә булышлыҡ итәсәк. Барлығы бөгөнгө көндә Башҡортостанда 149 объект төҙөлһә, 159-ы  модернизацияланған. Инвесторҙар быға 2,7 миллиард һум аҡса йүнәлткән.  

Был өлкәлә эшләргә теләгән эшҡыуарҙарға сауҙалашмай ғына ерҙе ҡуртымға бирәбеҙ, шулай уҡ  һалым ташламалары һәм 30 миллион һумға тиклем транспорт һәм инженер инфраструктураһын төҙөүгә субсидиялар ҡаралған".

Фото: Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.  

Юл буйында хеҙмәт күрһәтеү шарттары яҡшыра
Юл буйында хеҙмәт күрһәтеү шарттары яҡшыра
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: