

Йыл һайын ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар араһында һалым түләү буйынса конкурстар үткәрелә, тиҙәр. Ошо хаҡта аңлатма бирһәгеҙ ине.
Ҡ. ЯХИН.
– 1 июндә йыл һайын үткәрелгән “Йыл һалым түләүсеһе” республика конкурсы башланды. Ул һалымдарҙы ваҡытында һәм тулыһынса түләүҙе ижтимағи йәһәттән күтәреү, һалым дисциплинаһы менән айырылған, бизнесты үтә күренмәле итеп алып барған һалым түләүселәрҙе асыҡлау өсөн үткәрелә.
Ғаризалар һәм документтар 31 июлгә тиклем ҡабул ителде.
“Иң мөһиме – конкурста ҡатнашыусыларҙың эше түләнгән һалым суммаһы буйынса ғына баһаланмай. Консолидацияланған бюджет үҫешен, республика граждандарының мәшғүллеген, үҙ предприятиеларында эш хаҡы үҫешен тәьмин иткән һалым түләүселәрҙе билдәләү мөһим. Бынан тыш, юғары һалым дисциплинаһы, эшҡыуарлыҡты асыҡтан-асыҡ алып барғандарҙы билдәләү мөһим”, – тине республиканың финанс министры Лира Иғтисамова.
Еңеүселәр документтарында һәм продукцияһында конкурс еңеүсеһе исемен файҙалана ала. Сарала ҙур ойошма, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре, шәхси эшҡыуарҙар ҡатнаша.
Айһылыу НИЗАМОВА