Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
6 Сентябрь 2022, 09:30

Хеҙмәтләндереү юғары кимәлдә булһын өсөн

Инвесторҙарға  яңынан-яңы уңайлыҡтар тыуҙырыла

Хеҙмәтләндереү юғары кимәлдә булһын өсөн
Хеҙмәтләндереү юғары кимәлдә булһын өсөн

 

Юл буйындағы  хеҙмәтләндереү кимәле - республикабыҙ үҫешенең бер күрһәткесе, шул уҡ ваҡытта ул беҙҙең ҡунаҡсыллыҡты ла сағылдыра. Уны үҫтереү маҡсатында яңы мөмкинлектәр булдырыла.

  • Республикала бөгөнгө көндә юл буйы сервисы үҫеше буйынса системалы эш алып барыла. Был саралар 2020-2024 йылдарға билдәләнгән Концепцияға ярашлы башҡарыла. Мәҫәлән, Концепция тормошҡа ашырыла башлағандан алып 149 яңы объект төҙөлдө, 159-ы модернизацияланды һәм дөйөм инвестиция күләме 10 миллиард һумға тиң тағы ла 88 проект әҙерлек стадияһында,  – тине Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Юл буйы сервисы  объекты билдәле инвестиция күләме булған осраҡта өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелеүе мөмкин: федераль тәғәйенләнештәге юл буйҙарында урынлашҡан объекттар өсөн кәмендә 50 миллион һум, төбәк, урындағы һәм муниципаль-ара юлдарҙағы объекттар өсөн – 20 миллиондан да кәм түгел һәм Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш һәм Урал аръяғы райондары өсөн – кәмендә 10 миллион һум.

Инвесторҙар шулай уҡ дәүләт ярҙамының  түбәндәге сараларын да ҡуллана ала: һалым ташламалары, транспорт һәм инженер инфраструктураһын төҙөүгә сығымдарҙы ҡаплауға субсидиялар, шулай уҡ торгһыҙ ғына ер участкаһын алыу. Төҙөлөшкә сығымдар өлөшөн  ҡаплауға килгәндә, уны  30 миллион һумға тиклем компенсацияларға мөмкин. Ләкин ул федераль тәғәйенләнештәге юл буйҙары проекттары өсөн киткән сығымдарҙың 50 процентынан да күп булырға тейеш түгел, ә төбәк, муниципаль-ара, урындағы тәғәйенләнештәге юлдар өсөн 70 проценттан күп булмауы мөһим. 

 Фото: Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы архивынан.

Хеҙмәтләндереү юғары кимәлдә булһын өсөн
Хеҙмәтләндереү юғары кимәлдә булһын өсөн
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: