Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
9 Сентябрь 2022, 10:12

Йүнселдәр йәйен үрсетә

Әле хужалыҡта меңгә яҡын балыҡ иҫәпләнә...

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Учалы ҡалаһының Бурансы биҫтәһендә ғәҙәти булмаған хужалыҡ – йәйен балығы үрсетеү буйынса акваферма асылды. Илһам Ғиләжев хәләл ефете Илмира Камил ҡыҙы менән бергә ябыҡ һыу тәьминәте системаларындағы яһалма бассейндарҙа балыҡ үрсетеү менән шөғөлләнә башланы.

Унда балыҡты үҫтереү, ашатыу, һыуҙы алмаштырыу, балыҡты туҡлыҡлы элементтар менән тәьмин итеү, һыуҙың тәғәйен температураһын һаҡлау, уны таҙартыу һәм кислород менән һуғарыу автоматлаштырылған тәртиптә башҡарыла.

Әйткәндәй, Африка йәйененең тәме үҙенсә­лекле диетик ризыҡ төрөнә ҡарай, ҡылсыҡһыҙ ,ите тәмле һәм туҡлыҡлы, уны шул килеш бешереп ашарға ла, төрлө консерва, балыҡ фаршы, кәтлит, манты, билмән кеүек ярымфабрикаттар әҙерләргә лә була.

Илһам Рәлиф улы бала саҡтан балыҡ үрсетеү тармағын үҫтереү теләге менән яна. Ниһайәт, тормош иптәше менән кәңәшләшеп, бағыр балығы селбәрәһен үрсетергә ниәтләй. Йәйге йортта ҡулдан яһалма бассейн урынлаштырып, кислородҡа тоташтырып, 100-гә яҡын селбәрә ебәрәләр. Тик биҫтәлә йыш ҡына утты һүндереү сәбәпле, бер көн эштән ҡайтыуҙарына балыҡтар харап була.

Шулай ҙа Ғиләжевтәр юғалып ҡалмай, интернет селтәрендә оҙаҡ эҙләнгәндән һуң кларий йәйенен үрсетеп ҡарарға хәл итәләр. Кларий йәйене – оҙон мыйыҡлы, Африка һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияның сөсө һыуҙарында йәшәгән шыма тәнле, тәңкәһеҙ эре балыҡ. Хәҙер уны етештереү менән илебеҙҙең эре балыҡ үрсетеү хужалыҡтары күпләп шөғөлләнә.

Кларий йәйенен үрсетеү өсөн хәҙерге заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған бассейндар, балыҡты туҡлыҡлы элементтар менән тәьмин итеү, һыуҙың тәғәйен температураһын һаҡлау, уны таҙартыу һәм кислород менән һуғарыу өсөн махсус ҡоролмалар кәрәк. Быға, әлбиттә, күп аҡса талап ителә, ҡорамал ҡиммәт. Илһам Рәлиф улы аптырап ҡалмай, интернеттан ҡарап, бөтә яйланманы үҙе яһап ала. Мәҫәлән, суматор (һыуҙы йылыта торған ҡорамал), фильтрҙар, насостар, бассейндар – барыһы ла йүнсел ирҙең үҙ ҡулы менән эшләнгән.

Ғаилә башлығы Илһам Рәлиф улынан:

– Ни өсөн тап балыҡ үрсетеү йүнәлешен үҫтерергә булдығыҙ? Йәйенгә өҫтөнлөк биреүҙең сәбәбе ниҙә? – тип һорайым.

– Тирә-яғыбыҙҙа йылға-быуалар күп, ә балығы аҙ. Республика кибеттәрендә һатылған ошондай продукцияның биш проценты ғына үҙебеҙҙә етештерелә. Ҡиммәтле балыҡты туң көйөнсә генә һатып алырға була, ә беҙ уны тереләй килеш һәм ыҫлап һатасаҡбыҙ. Беренсе клиенттарыбыҙ ҙа бар инде. Ә ни өсөн тап йәйенде һайланыҡ һуң? Ул башҡаларҙан йәшәү шарттарына сыҙамлы булыуы менән айырыла. Ите тәмле, диетик һәм туҡлыҡлы.

Эшҡыуарҙар тәүге үрсем балыҡтарын Октябрьскийҙан, Силәбе өлкәһенән һатып алған. Балыҡтарҙы үҙҙәрендә етештерелгән махсус аҙыҡ менән туҡландыралар, һыу температураһын, кислород күләмен контролдә тоталар.

– Халыҡ араһында “йәйен – бысраҡ һыуҙа йәшәгән йыртҡыс балыҡ” тигән ышаныу таралған, шуға күрә икеләнеп, ашарға баҙнат итмәүселәр ҙа бар. Ҡабатлап әйтәбеҙ, ул йылға балығы түгел, Африка кларий йәйене махсус аҙыҡ ҡына ашатып үҫтерелә, – ти йүнсел.

Махсус аҙыҡты Алтай заводынан яҙҙыртып алалар икән. Санкциялар арҡаһында хаҡтар артҡан, бер килограмм 750 һумға төшә, ти.

Киләсәктә Ғиләжевтәр район хакимиәтенән ярҙам алып, хужалыҡты йәйелдереп, ошо бинаға ремонт яһап, йылытып ҡуйырға, ыҫлау һәм эшкәртеү цехы булдырырға уйлай. Хужалыҡ етәксеһе әйтеүенсә, уңайлы шарттарҙа бер тонна һыуҙа 350 килограмм йәйен үрсетергә мөмкин. Әлеге ваҡытта экологик яҡтан таҙа кларий йәйендәрен һатып алырға теләүселәр күбәйгәндән-күбәйә. Тереһенә лә, ыҫланғанына ла ихтыяж бар, ти йүнселдәр.

– Әле хужалыҡта 200-гә яҡын эре балыҡ, 700-ләп ваҡ балыҡ бар. Селбәрәнең уртаса үҫеү ваҡыты – ете-һигеҙ ай тирәһе. Ғәҙәттә, 800 грамға еткән балыҡтарҙы һатыуға сығарабыҙ. Унан тыш, аквафермабыҙҙа ҡиммәтле уҡбалыҡ та аҫрала. Уны, тәжрибә маҡсатында, күп алманыҡ. Уҡбалыҡ – Ҡара, Аҙау, Каспий диңгеҙҙәре йылға бассейнында, илебеҙҙең Европа өлөшөндәге һәм Көнбайыш Себерҙәге төрлө йылғаларҙа тереклек итә. Беҙҙә был балыҡты сөгә, осломорон тип тә йөрөтәләр. Ите бик юғары сифатлы, һәм улар ныҡ ҡиммәтле ҡара төҫтәге ыуылдырыҡ бирә. Ҡылсыҡһыҙ ите тәмле булғанға күрә,  балыҡсылар тарафынан күпләп ҡырылған, шуға ла уны аулау ҡәтғи тыйыла, – тип бәйән итте яратҡан шөғөлө тураһында хужа.

Әйткәндәй, Илһам Рәлиф улы – Ҡотой егете, ә Илмира Камил ҡыҙы – Ҡунаҡбай ауылы һылыуы. Ғаилә башлығы Шахта төҙөү идаралығында хеҙмәт итә. Улар өс бала тәрбиәләй. Юниргә – 17, Ринатҡа – 12, кескәй Дианаға – өс йәш.

Йүнсел ғаиләгә башлаған эштәренең уң булыуын теләйек. Тиҙҙән Ғиләжевтәр аквафер­маһы етештергән ризыҡтар һәр хужабикә өҫтәлендә булыр тип ышанғы килә.

- Вилиә ЯНБАЕВА

Читайте нас: