Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
11 Сентябрь 2022, 15:00

Көҙөн дә ҡып-ҡыҙыл еләктәре өлгөргән!

"Бына ошондай ер еләген әле, сентябрҙә, Балтас районынан Илдар һәм Лиана Сәхиповтар үҫтерә. Быйылғы икенсе уңыш", - тип яҙған Рөстәм Афзалов.

Көҙөн дә  ҡып-ҡыҙыл еләктәре өлгөргән!
Көҙөн дә ҡып-ҡыҙыл еләктәре өлгөргән!

Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов үҙенең "Бәйләнештә"ге социаль селтәрендәге сәхифәһендә Балтас районының уңған йүнселдәре Лиана һәм Илдар Сәхиповтарҙың шөғөлө менән яҡындан танышып, үҙенең тәьҫораттарын яҙып ҡалдырған.

"Бына ошондай ер еләген әле, сентябрҙә, Балтас районынан Илдар һәм Лиана Сәхиповтар үҫтерә - быйыл икенсе уңыш.

9500 ер еләге үҫентеһе, 500 ҡурай еләге, 6 гектар һарымһаҡ - быларҙың барыһы ла эштең башы ғына. Эшҡыуарҙарҙың идеяһы - ял итергә һәм ауыл тормошона сумырға теләгән туристар өсөн уңайлы майҙансыҡ булдырыу. Бында ҡунаҡ йорто, эргәлә ике күл бар - уларҙы таҙартып, тәрәнәйткәндәр. Ә планда - тағы ла тиҫтәләгән йорт, атта һәм йәйәү, кәмәлә һәм катерҙа йөрөү. Теләгәндәр балыҡ тоторға йөрөй, емеш-еләк йыя һәм һатып ала, уларҙы дөрөҫ үҫтерергә өйрәнә. Быйыл ҡыш бында ҡаргиҙәрҙә, саңғыла һәм конькиҙа шыуырға мөмкин буласаҡ, тюбинг трассаһы өсөн һәйбәт битләү ҙә бар.

Эко- һәм агротуризм проекттарын тормошҡа ашырыу, районда әүҙем ял итеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Был йүнәлештәргә хәҙер ихтыяж ҙур. Туристарға ауыл тормошо менән бәйле бөтә нәмә - ауыл көнкүреше, фермер продукттары ҡыҙыҡлы, улар беҙҙең традицион һөнәрҙәрҙе өйрәнергә һәм милли аш-һыу әҙерләргә теләй.

Бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары ассоциацияһы, «Минең бизнесым» үҙәге, БР Төбәк лизинг компанияһынан хеҙмәттәштәр менән район эшҡыуарҙары менән осраштыҡ - консультациялар үткәрҙек, проекттарҙы тикшерҙек, һорауҙарға яуап бирҙек. Бында Сәхиповтар кеүек энтузиастар күп. Ә беҙ һәр ваҡыт уларға ярҙам итергә әҙер. Илдар менән Лианаға, Балтас районына уңыштар теләйбеҙ!" - тип яҙған ул.

Фото: Рөстәм Афзаловтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: