Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
20 Сентябрь 2022, 13:13

Мәмбәт эшҡыуарының уңыш серҙәре

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Эльвира Ғәбитова – Хәйбулла районы Мәмбәт ауылының тәжрибәле эшҡыуарҙарының береһе, крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе. Ул тәүгеләрҙән булып районда үҙ магазинын аса һәм, ошоғаса уңышлы эшләп, ауыл халҡын хеҙмәтләндерә.

Тырыш ҡатын малсылыҡ, үҫемлек­селек, ҡошсолоҡ буйынса шөғөлләнә. 2018 йылда “Башҡортостан Республика­һында табышты арттырыу проекттарын тормошҡа ашырыу” программаһына ярашлы, 3 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшә. Грант аҡсаһына һөт эшкәртеү ҡорамалы һатып ала, үҙҙә­ренең аҡсаһына төҙөгән бинаға урынлаш­тыра. Әммә көткән өмөттәре аҡланмай, һыуҙың үтә татырлы булыуы сәбәпле, ҡорамалды туҡтатып торорға тура килә. Ауыл халҡын ғүмер буйы һыу мәсьәләһе борсой, ул һаман булһа хәл ителмәгән.

“Мәмбәтбай” кооперативын асҡас, Эльвира һөт ризыҡтары етештереүгә тотона, ҡаймаҡ, кефир, эремсекте ҡаптарға тултырып, һатыуға алып сыға. Тик әле булһа һыу үткәрә алмағанлыҡтан, цехта эш туҡталып ҡалһа ла, уңған ҡатын бирешә торғандарҙан түгел. Халыҡтан һөт ризыҡтарын тауарлата йә иһә “тере аҡса”ға һатып алып, уны үҙе эшкәртеп, һатыуға сығара. Цех янында ҙур булмаған ашхана ла төҙөп ултырта. Бында ауылдаштары туй, тыуған көн тантаналары үткәрә, дини байрамдарҙы билдәләү өсөн ҡуртымға ала.

Эльвира Мәүләмбирҙе ҡыҙы эшҡыуарлыҡты бер нисә йүнәлештә алып барғанға күрә эштәре һәр саҡ бер-береһен тулыландырып, уңышлы килеп сыға. Мәҫәлән, күпселек халыҡтың һорауы буйынса үҙенең магазинына тауарҙар килтерә, ауылдың уңған хужабикәләренән май, эремсек, һөт һатып ала. Аҙнаһына берәр тапҡыр Аҡъяр һәм Орск баҙарҙарына барып һата. Мәмбәт эшҡыуарының йылдар дауамында үҙенең бренды ла барлыҡҡа килгән.

– Ырымбур рустарын ҡорот ашарға өйрәттем. Беҙҙең бренд – сейәле ҡорот, – ти әңгәмәсем. – Улай ғына түгел, ҡаҙы, ҡаҙ, йылҡы итен дә тиҙ генә алып бөтәләр. Мин үҙебеҙҙең милли ризыҡтарҙы боронғоса, йәғни инәй-өләсәйҙәребеҙҙең ысулы буйынса эшләргә тырышам. Ялтырауыҡлы исемдәр биреп, нимәлер ҡушып әҙерләү яғында түгелмен. Мәҫәлән, күптәр һуңғы ваҡытта, ҡаҙы эшләгәндә һарымһаҡ өҫтәп, уның тәмен юғалта. Кәрәкмәй ул, ҡара борос менән тоҙ етә. Кешегә оҡшаймы-юҡмы, нимәлер болғап, төрләндереп һаталар. Ундайҙы һатып алыусы бер тапҡыр ала ла икенсегә һорамай ҙа. Аллаға шөкөр, беҙҙең ризыҡтар һәр баҙарҙа һәм күргәҙмәлә  ҙур һорау менән файҙаланыла. Кем беҙҙең ризыҡты һатып ала, мотлаҡ рәүештә уны эҙләп йәнә килә, иманым камил.

“Ә бит булған ризыҡты баҙар кәштәһенә еткерер өсөн дә шартына килтереп әҙерләргә кәрәк” тигән фекеремде: “Әлбиттә, шунһыҙ булмай ҙа, шуға күрә йоҡламай тырышаһың”, – тип ҡеүәтләне ул.

Беҙ барғанда ла Эльвира Ғәбитованың магазины асыҡ, үҙе аласыҡта ҡышҡы­лыҡҡа салаттар әҙерләп йөрөй ине. Әйткәндәй, ауыл эшҡыуарының йәнә бер шөғөлө хаҡында һөйләмәһәк, дөрөҫ булмаҫ. Йәшелсәселек менән дә шөғөлләнә ул. Баҡсаһында үҫкән емеш-еләктән төрлө һуттар әҙерләй, помидор-ҡыяр тоҙлап, бихисап салат яһап, уларҙы ла һатыуға ҡуя. Халыҡ үҙҙәрендә үҫкән сифатлы ризыҡҡа өҫтөнлөк бирә, эшҡыуар етештергән тоҙло ҡыяр, помидор, тәмле салаттарҙы ихлас һатып ала.

Эльвира Мәүләмбирҙе ҡыҙының тик торған сағы юҡтыр: һүҙенән дә, ҡулынан да килә уның. Рәхәтләнеп һөйләп, ҡулы эшләп тора, ихлас һәм алсаҡ та, уңған һәм тилбер ҙә. Ваҡытында тракторын да йөрөткән, әле күп йыллыҡ тәжрибәһе булған водитель дә. “Ларгус” машина­һында елдереп кенә йөрөй, уға ҡаҙ-өйрәк­тәрен, ҡаҙы-иттәрен, һөт ризыҡ­тарын тейәп, Мәскәүгә тиклем барып етә.

Ҡатынының бар башланғысын хуплап, уға һәр яҡлап ярҙам итеп торған ире Ислам Әнүәр улына ифрат рәхмәтле ул. “Әгәр ирем ҡаршы килһә, бындай уңыштарға өлгәшеп булмаҫ ине. Күрен­мәгән яҡты ул күтәрә, эшселәребеҙ ҙә бар. Ҡыҙым менән ейән-ейәнсәрем дә бәләкәйҙән ауылдағы эште күреп үҫте, хәҙер беҙҙең оло ярҙамсыларыбыҙ”, – ти ул.

Ысынлап та, йөктө бергә тартҡанда ғына еңел, тиҙәр. Уңыш та бит уңғандарға йылмая. Бер уйлы, уртаҡ маҡсатлы Ғәбитовтарҙың киләсәктә лә эштәре уң барһын.

Йөҙө алсаҡ, һүҙе ихлас эшҡыуар ҡатын ауыл тормошонда ҡайнап йәшәргә лә өлгөрә. Ауылдағы мәҙәни саралар уртаһында ҡайнай, уларҙы үткәреүҙә матди ярҙам күрһәтә. Бына шундай бар яҡтан уңған, дәртле, егәрле һәм тырыш ханым, ысынлап та, “торған ерендә ут сәсрәтә”, ҡыш “ҡар өҫтөндә усаҡ яға” – быға үҙебеҙ ҙә инандыҡ һәм һоҡландыҡ.

Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас: