Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
4 Октябрь 2022, 16:50

Яратҡан эш табыш килтерә

“Был тиклем туристар ағылыр тип уйламағайныҡ”

Резеда Шәңгәрәева фотоһы.
Фото:Резеда Шәңгәрәева фотоһы.

Бынан 15 йыл элек эшҡыуар Юрий Иванович Митрофанов, малсылыҡ тармағын ташлап, күптәрҙе ғәжәпкә ҡалдырып, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеүгә тотонмаҡсы итә. Тыуған ауылы Сиҙәкбаш эргәһендә ҙур булмаған быуа йырып, бала саҡтан тынғы бирмәгән хыялын тормошҡа ашырыу уйы менән яна. Бәләкәйҙән һыуға, балыҡ ҡармаҡлауға ынтылышы бар ҡаршылыҡты, икеләнеүҙәрҙе лә еңә.

1998 йылдан иген иккән, мал үҫ­тер­гән фермер туғыҙ йылдан һуң агро­бизнесты быуа хужалығын үҫте­реүгә үҙгәртә. Хәҙерге ваҡытта уның “Радужная” хужалығындағы дүрт быуала бағыр балығы үрсетелә. Краснодар крайынан һатып алынған ыуыл­дырыҡты ҡарышлауыҡ, селбә­рә рәүешенә еткереү өсөн ҙур хеҙмәт һалынғанын, түҙемлек һәм егәрлелек талап ителгәнен үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек. 1,5–2 килограмлыҡ бағыр үҫ­­те­реү өсөн өс йылға тиклем ваҡыт кәрәк булыуын ишетеп, тағы таң ҡалдыҡ.

– Бағыр балығы өсөн аҙыҡты үҙебеҙ әҙерләйбеҙ. Айырым цехыбыҙ бар. Балыҡ онона үҫемлек, бойҙай, борсаҡ, төпрә өҫтәйбеҙ. Ҡатыным Зоя Евдокимовна менән көн-төн ти­гән­дәй эш өҫтөндәбеҙ, барыһына ла өлгөрөргә тырышабыҙ. Улыбыҙ – Францияла, ҡыҙыбыҙ Өфө ҡала­һында йәшәй. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙ менән ҡайтып, ярҙам итеп торалар, – ти Юрий Иванович.

Ә мәшәҡәттәр быуа быуырлыҡ! Адлерҙан килтерелгән ыуылдырыҡ контейнерҙарын аэропорттан барып алаһы, өс аҙна тирәһе инкубаторҙа тотҡас, ҡарышлауыҡтарҙы айырым һауыттарға күсерәһе, бер ай үҫтер­гәндән һуң, тағы йәшәү урындарын алмаштыраһы, аҙаҡ бассейнға ебәрәһе бар. Өс быуала үҫеш стадияларын үтеп, тейешле ауырлыҡҡа еткәндән һуң, ниһайәт, бағыр дүртенсе быуаға килеп эләгә.

Эшҡыуарҙың әйтеүенсә, һуңғы осорҙа ғына бағыр хужалығында алты меңдән ашыу кеше булған. “Районыбыҙ менән йәнәш урын­лашҡан Ырымбур өлкәһенән һәм күрше Татарстандан да ғаиләләре менән ял итергә, балыҡ тоторға килеүселәр күп. Бағыр фермаһын социаль селтәрҙәрҙәге реклама буйынса эҙләп табалар. Беҙ турис­тарҙың бындай ҙур ағымын көтмә­гәйнек. Ҡунаҡ йорттарының булмауы әлегә беҙҙең өсөн төп ҡаршылыҡ булып тора. Быйыл эске һәм тышҡы туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән федераль конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн документтар йыйып тапшырҙыҡ. Грант отһаҡ, туристарҙы ҡабул итеү өсөн күберәк уңайлыҡтар тыуҙыра алыр инек, биләмәлә ҡунаҡ йорттары, мунса, кафе төҙөр өсөн урын етерлек”, – тип хыяллана эшҡыуар.

Проект, ысынлап та, үҙенсәлекле. Финанс ярҙамы булғанда, туристар өсөн хеҙмәттәрҙе тағы ла киңәйтеү мөмкинлеге бар. “Ларгус” автомобиле алып, ҡунаҡтарҙы аэропорттан йәки вокзалдан килтерергә, кире илтеп ҡуйырға мөмкин булыр ине. Ҡаргиҙәр алыу, саңғы юлы һалыу уйы ла бар”, – тип уй-ниәтен уртаҡлаша Юрий Митрофанов.

Бағыр бизнесы – йыл әйләнәһенә дауам итеүсе хеҙмәт. Өс килолыҡ балыҡ алыу өсөн яҡынса өс йыл даими тырышлыҡ һалырға кәрәк­леген аңланыҡ. Тәүге осорҙа уңған­лыҡ­тан тыш, эшҡыуарлыҡ ҙур сығымдар ҙа талап итә. Ҡорамалдар алыуға, яһалма быуалар яһауға, төрлө йәштәге селбәрә һәм балыҡ өсөн балансланған аҙыҡ әҙерләүгә байтаҡ аҡса тотонола. “Ҡайһыларын – тәүлегенә һигеҙ, ҡайһы берҙәрен 16 тапҡыр ашатырға кәрәк”, – ти Зоя Евдокимовна.

Ҡыш һыу ятҡылығы туңмай, ба­лыҡты ғәҙәттәге ҡармаҡҡа тоторға мөм­кин. Бағыр таҙа, ағын һыуҙы ғына үҙ итә, эҫене яратмай, ағыулы матдәләргә тиҙ бирешеүсән балыҡ. Митрофановтарҙың хужалығы тап шундай ағын, таҙа һыулы шишмә­ләрҙе нигеҙ иткән. Балыҡ фермаһы төҙөү өсөн бынан да яҡшыраҡ урын юҡтыр кеүек. Гәлсәрҙәй шишмә һыуы яһалма быуаларҙы тулыландырып тора. Бағыр йыл әйләнәһенә таҙа һыуҙа йөҙә. ”Батша балығы”ның төйәге бик тыныс, балыҡсылар өсөн дә яйлы. Бындай мөхиттә үҫкән бағыр ите лә сифатлы һәм тәмле.

Бағырҙың файҙаһы тураһында һөйләп бөтөрөрлөк тә түгел, Омега-3, Омега-6 май кислоталарына, йод, фосфор, кальций, тимер, цинк минералдарына, туҡланыу матдә­ләренә бай балыҡ нервы система­һын, юғары ҡан баҫымын көйләй, хәтерҙе яҡшырта. Организм уны тиҙ үҙләштерә. Диетологтарҙың феке­ренә ҡолаҡҡа һалыу ҙа хилаф булмаҫ, уларҙың әйтеүенсә, бағыр ҡандағы шәкәр һәм холестерин кимәлен кәметә, йөрәк-ҡан тамыр­ҙары эшмәкәрлеген тотороҡландыра, теш һәм сәстәрҙе нығыта, тире торошон, матдәләр алмашыныуын яҡшырта.

Митрофановтарҙың “балыҡты кемгә, нисек һатайым икән” тигән проблемаһы юҡ. Һөмбаштар ғаилә­һенә ҡараған был ҡиммәтле, организм өсөн файҙалы бағыр балығын һатып алыусылар йыл әйләнәһенә етерлек.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: