

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы “Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса агентлығы” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы һәм “Минең бизнесым” үҙәге менән берлектә республика эшҡыуарҙарының продукцияһын популярлаштырыу буйынса эш башлап ебәрҙе. Сара ил Президенты В. Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
– Республикала һәләтле, уңышлы эшҡыуарҙар, урта һәм бәләкәй бизнес предприятиелары, үҙмәшғүл граждандар, шул иҫәптән яңыраҡ үҙ эшен асҡандар күп. Бөгөн уларҙы яҡлау, киң аудиторияны уларҙың бизнесты алып барыу тәжрибәһе, хеҙмәттәре һәм тауарҙары менән таныштырыу үтә мөһим. Тап шуға күрә эшҡыуарҙарҙың продукцияһын һәм хеҙмәттәрен популярлаштырыу буйынса проект ҙур ихтыяж менән файҙалана, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Программала ҡатнашыусылар үҙҙәре тураһында алдынғы республика гәзиттәре биттәрендә бушлай һөйләй аласаҡ, улар өсөн роликтар әҙерләп, төбәк телеканалдары һәм радиостанциялары эфирына сығасаҡ. Эшҡыуарҙар Bash.news интернет-баҫма ресурстарында интервью форматында ла тәжрибәләре менән уртаҡлашасаҡ. Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, “Республика Башкортостан” ижтимағи-сәйәси гәзитендә тематик рубрика аҫтында тәүге мәҡәләләр шәлкеме донъя күрҙе.
Был проекттың төп үҙенсәлеге шунда: эшҡыуарҙар һәм бизнес-структуралар ғына түгел, үҙмәшғүл граждандар ҙа мәғлүмәти ярҙам ала. Проектты ғәмәлгә ашырыу тураһында урындарҙа бизнес-шерифтарға хәбәр ителде, ҡатнашыуға ғаризалар Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса агентлығы сайтында, социаль селтәрҙәрҙә һәм эшҡыуарлыҡ чаттарында урынлаштырылды.
Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19238/