

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикалағы Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса вәкилдең йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә йүнселдәр өсөн сауҙа һәм хеҙмәттәр объекттары рекламаһын, алтаҡталарын урынлаштырыу ҡағиҙәләре тураһынды семинар үтте.
Бындай башланғысты ошо мәсьәлә буйынса эшҡыуарҙарға мәғлүмәт еткереүҙе камиллаштырыу маҡсатында бизнес-омбудсмен Флүр Әсәҙуллин тәҡдим иткәйне. Вәкил ҡарамағындағы медиация өлкәһендәге эксперт Елена Фәйзуллина сараның төп спикеры булды.
– Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил аппараты бизнес вәкилдәре үҙ эшендә осраған төп проблемаларға даими анализ яһай. Рекламаны дөрөҫ урынлаштырмау һәм алтаҡталарҙы хаталы итеп эшләү мәсьәләләре буйынса мәғлүмәтте етерлек күләмдә бирмәү шуларҙың береһен тәшкил итә, - тине бизнес-омбудсмен. – Бының кире һәм хатта күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Минеңсә, сара эшҡыуарҙар өсөн файҙалы булыр.
Семинарҙа сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү объекттары милекселәре, шулай уҡ реклама агентлыҡтары вәкилдәре ҡатнашты. Улар реклама төрҙәре, агентлыҡтары менән килешеү төҙөү алымдары буйынса фекер алышты, шулай уҡ эшҡыуарҙарҙың рекламаны урынлаштырыу һәм алтаҡталарҙы рәсмиләштереү менән бәйле кейстарын ҡараны, һорауҙарға аңлатмалар һәм кәңәштәр алды.
Фото: pravitelstvorb.ru/news/19244/
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru