

Вәзирә Ғәликәева – Урал аръяғы райондарында киң танылыу алған “Оптик-сервис” оптикалар салоны селтәре етәксеһе. Ул 2012 йылда үҙенең эшен аса һәм алдынғы технологияларға таянып эш итеүе, клиенттар менән яҡшы мөғәмәләһе, заманса үҫеш алыуы һөҙөмтәһендә тиҙ арала эшҡыуарлыҡты киңәйтеүгә өлгәшә. Бөгөн эшлекле ханымдың Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларында бөтәһе биш үҙәге уңышлы эшләй.
– Был – беҙҙең ғаилә бизнесы, тап ошо өлкәне һайларға өлкән улым Ғәҙел тәҡдим итте. Ул мәктәп йылдарында күҙлек кейҙе һәм уны һайлап алғанда үҙе теләгән төрҙөң булмауына борсола торғайны. Ирем дә ҡаршы булмағас, тәүәккәлләп үҙ эшебеҙҙе асып ебәрҙек. Тәүҙә бәләкәй бүлмәнән, аҙ ғына күҙлектәрҙән башлаған шөғөл бөгөн киң үҫешә, яңынан-яңы “Оптика”лар асыла, – ти Вәзирә Абрар ҡыҙы.
Ысынлап та, бында күҙҙәрҙе бушлай диагностикаларға, модалы, стилле һәм сифатлы күҙлек тирәстәре, ҡояштан һаҡлаған күҙлектәр, контактлы линзалар һайлап алырға мөмкин. Хаҡтары ла ҡиммәт түгел. Йома көндәрендә 30 процент ташлама ҡаралған. Шулай уҡ күреү буйынса инвалид балаларға тауар бушлай тиерлек бирелә, инвалидтар өсөн ярайһы уҡ ҙур ташламалар бар. Үҙ эшенең оҫталары булған оптометристар, һәр кемде яҡты йөҙ менән ҡаршылап, ихлас хеҙмәтләндерә. Ошонда уҡ оптиканың үҙ оҫтаханаһы ла бар, шуға күрә һайлаған күҙлек тиҙ арала әҙер ҙә була. Иң мөһиме – күҙлектәр һәм контактлы линзалар бар яҡлап тикшерелгән, сифатлы һәм ышаныслы.
Әйткәндәй, Вәзирә Ғәликәева хәйриә сараларында һәр саҡ теләп ҡатнаша, төрлө акциялар үткәрә. Ул Баймаҡ районының Аҡморон ауылында урынлашҡан ҡарттар йортона һәм Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәгән инвалид ағалы-ҡустылы бер туған Рәфис, Рафиҡ, Фәйез Ҡунаҡҡоловтарға “Башҡортостан” гәзитен яҙҙырып бүләк итте.
Кәримә УСМАНОВА
Сибай ҡалаһы.