22 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостанда Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең яңы, республика буйынса етенсе йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе асылды. Ул Беренсе Май урамы, 93 адресы буйынса урынлашҡан.
– Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе эшҡыуарҙар өсөн ышаныслы ярҙамсыға, уларҙың проблемаларын өйрәнеү һәм хәл итеү үҙәгенә әйләнергә тейеш, – тине вәкил Флүр Әсәҙуллин. – Беҙ аҡрынлап республика буйынса Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре селтәрен киңәйтәбеҙ. Хәҙерге ваҡытта улар Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Салауатта һәм Дәүләкән районында эшләй. Яҡын арала әүҙем эшҡыуарҙар, йәмәғәт ярҙамсылары көсө менән республиканың башҡа ҡала-райондарында йәнә бер нисә йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһен асырға планлаштырабыҙ.
Яңы Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһен асыу башланғысы менән вәкилдең pro bono эксперты Павел Козлов сығыш яһаны. Уның һүҙҙәренсә, бында эшҡыуарҙарҙы ҡабул итеүҙән тыш, йүнселлекте алып барыу, бизнестың хоҡуҡтарын, законлы мәнфәғәттәрен яҡлау мәсьәләләре буйынса консультациялар, шулай уҡ эшҡыуарҙар өсөн көнүҙәк һәм ҡыҙыҡлы темалар буйынса семинарҙар, "түңәрәк өҫтәл"дәр үткәреләсәк.
– Йүнселлек өлкәһендә ярайһы уҡ ҙур хеҙмәт тәжрибәһенә эйә булып, туплаған белемең менән уртаҡлашыу, башҡа эшҡыуарҙарға ярҙам итеү теләге тыуҙы, – тип аңлатма бирҙе белгес. – Белеүемсә, күптәр кәрәкле белемгә эйә түгел, шул арҡала йыш ҡына ҡатмарлы хәлдәргә осрай. Тәү сиратта бындай эшҡыуарҙарға ярҙам итеү, уларға үҙ оҫталыҡтары менән уртаҡлашыу өсөн Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһен асырға ҡарар ителде.
Асылғандан һуң шунда уҡ бизнес-омбудсмен Флүр Әсәҙуллин эшҡыуарҙарҙы ҡабул итте. Уға мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһына ла ентекле рекомендациялар бирелде, уларҙың һорауҙары эшкә ҡабул ителде һәм вәкилдең шәхси контроленә алынды.
Әле Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Салауатта, Дәүләкән районында Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре эшләй. Вәкилдең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә шәхси ҡабул итеүгә 7(347) 218-18 телефоны буйынса яҙылырға мөмкин. Бынан тыш, республиканың һәр муниципаль берәмегендә Башҡортостанда Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең йәмәғәт ярҙамсылары үҙ эшмәкәрлеген тормошҡа ашыра. Үҙ хоҡуҡтарын, законлы мәнфәғәттәрен боҙған эшҡыуарҙар уларға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала. Ярҙамсыларҙың мәғлүмәттәре менән 7(347) 218-18 телефоны буйынса ла танышырға мөмкин.
Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19513/