Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
25 Ноябрь 2022, 19:30

Үҙебеҙҙең ризыҡтарға етәме?

“Беҙҙең бренд” махсуслаштырылған күргәҙмәһе тәбиғи продукцияға бай.

Үҙебеҙҙең ризыҡтарға етәме?
Үҙебеҙҙең ризыҡтарға етәме?

Баш ҡалалағы ВДНХ-Экспо күргәҙмәһендә икенсе көн инде “Беҙҙең бренд” күргәҙмәһе эшләй. Йәрминкәлә тәмле, экологик яҡтан таҙа фермер продукцияһы тәҡдим ителә. Унда 100-ҙән ашыу эре компания үҙҙәренең продукцияһын күрһәтә, уларҙың өстән ике өлөшө - Башҡортостанда һәм унан ситтә киң билдәле урындағы ауыл хужалығы етешетереүселәре: крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, ауыл хужалығы ҡулланыусылары кооперативтары, шәхси эшҡыуарҙар.

Күргәҙмәнең икенсе өлөшөн башҡа төбәктәрҙең ауыл хужалығы етештереүселәре продукцияһы биләй. Ырымбур, Удмуртия, Силәбе, Екатеринбург һәм башҡа яҡтарҙан килгәндәр. Ассортиментта ит, сырҙар, һөт аҙыҡтары, колбаса, икмәк-күмәс, кондитер ризыҡтары, бал, төрлө эсемлектәр һ.б. бар.

Шуныһы үҙенсәлекле, “Беҙҙең бренд” махсуслаштырылған күргәҙмәһендә ауыл хужалығы кооперативтары һәм фермер хужалыҡтары продукцияһы өсөн айырым бүлек булдырылған. Кооперативтар продукцияһы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, бигерәк тә һөт, ит аҙыҡтары, сырҙар, үлән сәйҙәре ихтыяж менән ҡулланыла.  

Әлшәй районында 2017 йылда ойошторолған “Исток” ауыл хужалығы кооперативы ла - уңышлы эшләүселәр рәтендә. Асылған  ваҡытта унда ун кеше эшләһә, бөгөн улар 56-ға еткән. "Күпселектә һөт ризыҡтарын етештерәбеҙ: һөт, кефир, ҡаймаҡ, эремсек. Тауарҙы республикабыҙҙың байтаҡ ҡалаларында – Салауатта, Стәрлетамаҡта, Ишембайҙа, Күмертауҙа, шулай уҡ Әлшәй, Бишбүләк, Дәүләкән райондарында һатабыҙ. Дәүләт ярҙамынан тыш, әлбиттә, бөгөнгө күрһәткестәргә өлгәшә алмаҫ инек", - ти кооператив рәйесе Петр Николаев.

Экспозиция ҡатнашыусылары араһында “Беҙҙең бренд” конкурсы ойошторолдо. Жюри төрлө номинациялар буйынса иң яҡшы аҙыҡ-түлекте билдәләйәсәк. Иртәгә, 26 ноябрҙә, еңеүселәр тәбрикләнәсәк.

Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә мөһим яңылыҡ менән дә бүлеште. Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы сәнәғәт ипотекаһын тормошҡа ашырыу өсөн 16 банкты һайлап алған. Уларҙың бер нисәһе беҙҙең төбәк биләмәһендә эшләй. Ун  предприятиебыҙ унда ҡатнашыуға ғариза биргән дә инде. Министрлыҡтың маҡсаты – был проекттарға булышлыҡ итеү. Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы программаны киңәйтеү юлдарын да ҡарай. Сәнәғәт ипотекаһы импортҡа алмаш, тармаҡ үҫеше йәһәтенән дә мөһим сара булып тора.

Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәте.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: