Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
1 Декабрь 2022, 23:15

Ғаилә предприятиеларын үҫтереүгә иғтибар арта

“Ғаилә предприятиеһы” төшөнсәһен ҡануниәттә нығыталар.

Ғаилә предприятиеларын үҫтереүгә иғтибар арта
Ғаилә предприятиеларын үҫтереүгә иғтибар арта

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Тимур Хәкимов Сәнәғәт, инновациялы үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм комитеты ултырышында “Башҡортостан Республикаһында ғаилә предприятиеларын үҫтереү тураһында”ғы закон проектын тәҡдим иткәйне.

Документ республика биләмәһендә ғаилә бизнесын үҫтереүҙе күҙҙә тота. Комитет уны 2022 йылда йомғаҡлау пленар ултырышында ҡарауға сығарҙы. 15 декабрҙә, Өфөләге Халыҡ-ара бизнес аҙналығы нигеҙендә Бөтә Рәсәй ғаилә советы уҙғарылған көндәрҙә, төбәк парламентының закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итеүе ихтимал. Был осорҙа Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәйҙең иң яҡшы ғаилә компаниялары йыйыла.

“Ғаилә предприятиеһы” төшөнсәһен ҡануниәттә нығытыу баҙарҙа ғаилә брендтарын танытыуға, быуындар күсәгилешлелегенә, йолаларҙы тергеҙеүгә булышлыҡ итәсәк, сөнки тап ғаилә предприятиелары ҡулланыусыларҙың һәм башҡа эшҡыуарҙарҙың ышанысын яулай. Был закон дәүләткә ғаилә бизнесын һөҙөмтәле үҫтереүгә йүнәлтелгән айырым маҡсатлы ярҙам сараларын ғәмәлгә индерергә мөмкинлек бирәсәк.

Фото: 1tv.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: