Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Telegram каналындағы сәхифәһендә бизнесҡа ярҙам саралары тураһында яҙып сыҡты.
“Эшҡыуарҙар иҡтисадтың этәргес көсөн тәшкил итә. Беҙ уларға даими ярҙам күрһәтәбеҙ. 2020 йылда төбәктә 122 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән. Бөгөн улар 126 меңдән ашыу.
Ҡайһы бер көрсөк шарттарына ҡарамаҫтан, беҙ бындай һөҙөмтәгә дәүләт тарафынан күрһәтелгән ярҙам иҫәбенә лә өлгәштек. Һуңғы өс йылда республикала 20 меңдән ашыу кеше 7,3 миллиард һумлыҡ ярҙамдан файҙаланған.
Хәҙер бәләкәй һәм урта бизнесҡа яңы ярҙамды – “эшҡыуарлыҡ кешбэгы”н ғәмәлгә индерәбеҙ. Көрсөккә ҡаршы штабта быны хупланылар.
Киләһе йылдан уларға капитал һалыуға: яңы төҙөлөшкә һәм предприятиеларҙы реконструкциялауға, техника, ҡорамалдар, инструменттар һатып алыуға, проект-эҙләү эштәренә һәм башҡа сығымды 30 процентына тиклем компенсациялайбыҙ.
Һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһын ҡулланған бизнес та ярҙамдан файҙалана ала. Бындай сара ярайһы уҡ киң таралған.
Былтырғы йомғаҡтар буйынса, һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһын файҙаланған эшҡыуарҙар 10 миллиард һумлыҡ һалым түләгән. Был бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан килгән бөтә һалымдың 80 проценттан ашыуын тәшкил итә.
Яңы ярҙам сараһы беҙгә бизнесты дәртләндерергә, эш урындарын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәк һәм инвестицияларҙың, республика бюджетына һалымдың артыуына булышлыҡ итәсәк. Уларҙы беҙ социаль ихтыяждарға йүнәлтә алабыҙ”, – тине Андрей Назаров.
Фото: t.me/agnazarov