“Башҡортостан Республикаһының төбәк лизинг компанияһы” акционерҙар йәмғиәте “Тотороҡло үҫеш” лизинг продукты сиктәрендә “Махсус агрегат заводы” компанияһына һанлы программа менән бергә токарь станоктарын лизингка һатып алыуҙа ярҙам күрһәтте. 2022 йылда заводҡа вертикаль фрезер эшкәртеү үҙәген һатып алыуҙа ла булышлыҡ ҡылынды. Финанслауҙың дөйөм суммаһы 13 миллион һум тәшкил итте.
– Лизинг ярҙамы төбәк эшҡыуарҙарында ҙур ихтыяж менән файҙалана. Биш йыл эсендә Төбәк лизинг компанияһы 3,73 миллиард һумға 213 проектты финанслаған. Лизинг килешеүҙәре буйынса түбән процент ставкалары эшҡыуарҙарға етештереүҙе яңыртырға, яңы ҡорамалдар һатып алырға, тимәк, үҫешергә мөмкинлек бирҙе, – тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
“Махсус агрегат заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте быраулау һәм нефть-газ тармағы предприятиеларын ҡорамалдар, комплектлаусы һәм запас частар менән тәьмин итеүҙә махсуслаша.
Сит илдә етештерелгән һан менән идара итеү станоктары производство ҡеүәтен арттырыу, етештерелгән тауарҙың сифатын күтәреү, продукция етештереүгә ваҡыт нормаһын кәметеү, тауар күләмен 20 проценттан ашыуға арттырыу өсөн һатып алына, был өҫтәмә ике эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
Белешмә өсөн:
“Тотороҡло үҫеш” лизинг продукты бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн эшләй башланы. Лизингты илебеҙҙә етештерелгән ҡорамалдар өсөн йылына алты процент, сит илдә етештерелгәндәр өсөн һигеҙ процент ставка менән 84 айға тиклем алырға мөмкин. Килешеү буйынса түбән аванс түләү ҡаралған – 10 проценттан алып, ә лизинг предметы хаҡынан 30 процент һәм унан күберәкте ҡаплаған төбәк гарантия ойошмаһының яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуы булғанда, аванс түләүе юҡ.
Льготалы лизинг программаһынан талаптарға яуап биргән һәм яңы ҡорамал һатып алыу иҫәбенә етештереүҙе ойоштороуҙы, киңәйтеүҙе йәки яңыртыуҙы планлаштырған шәхси эшҡыуарҙар һәм бәләкәй предприятиелар файҙалана ала.
Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта күрһәтелгән, консультацияны 7 (347) 222-46-16 телефоны буйынса алырға мөмкин.
Фото һәм текст сығанағы: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.