Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһына нигеҙ һалыныуға 30 йыл тулыуға арналған юбилей сараларына ярашлы “Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры” конкурсының республика этабында еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы үтте. Күләмле конкурс 1996 йылдан алып уҙғарыла һәм бизнеста һиҙелерлек уңыштарға өлгәшкән, төбәктең социаль-иҡтисади программаларын тормошҡа ашырыуға үҙ өлөшөн индергән, йәмәғәт эштәре һәм хәйриәлек менән шөғөлләнгән лидер ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡаҙаныштарын билдәләргә мөмкинлек бирә.
Сарала ҡатнашыусыларға республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тәбрикләү хаты ебәрҙе: “Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар бизнесы – Башҡортостан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлығының мөһим, тиҙ үҫешеүсе өлөшө. Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар күп өлкәләрҙә һиҙелерлек уңыштарға өлгәште – интеллектуаль милек менән бәйле предприятиелар, социаль бизнес уңышлы үҫешә. Башҡортостандың бөтә эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙарына билдәләнгән пландарын һәм идеяларын тормошҡа ашырыуҙа һәм уңыштар теләйем».
Конкурстың төбәк этабын Башҡортостандың Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы менән берлектә республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ойошторған.
– “Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры” Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы – республиканың эшлекле тормошонда мөһим ваҡиғаларҙың береһе. Сирек быуаттан ашыу Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы яңы исемдәр аса һәм төрлө эшмәкәрлек өлкәләрендә һәләтле һәм уңышлы ҡатын-ҡыҙ етәкселәрҙе асыҡларға ярҙам итә, – тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Быйыл конкурсҡа 30-ҙан ашыу ҡатнашыусы ғариза биргән. Өфө, Туймазы, Дүртөйлө, Күмертау, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалаларынан һәм Иглин, Ғафури, Ауырғазы, Шаран, Миәкә райондарынан 20 ҡатын-ҡыҙ етәксе финалға сыҡты.
Республика конкурсы лауреаттары Мәскәүҙә, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы ҡанаты аҫтында уҙғарылған, бөтә Рәсәй этабында беҙҙең төбәк исеменән сығыш яһаясаҡ.
Фото һәм сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.