Эшҡыуар
10 Декабрь 2022, 17:45

Ағиҙел ҡалаһы өсөн яңы мөмкинлек

Унда порт тибында махсус иҡтисади зона булдырыу мәсьәләһе ҡарала.

Ағиҙел ҡалаһы өсөн яңы мөмкинлекАғиҙел ҡалаһы өсөн яңы мөмкинлек
Ағиҙел ҡалаһы өсөн яңы мөмкинлек

14 декабрҙән 16-һына тиклем Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үтә. Йыл һайын уҙғарылған иҡтисади сара өс меңдән ашыу кешене берләштерәсәк: власть вәкилдәрен, бизнес-берләшмәләрҙе, төрлө тармаҡ эксперттарын.

Юбилей форумы майҙанында 50-нән ашыу эшлекле сара уҙғарыласаҡ. Уларҙа 20-ләп илдән федераль һәм халыҡ-ара кимәлендәге 500-ҙән күберәк спикер сығыш яһаясаҡ.

Форумда тикшереләсәк темаларҙың береһе “Ағиҙел” йылға йөк порты үҫешенә ҡағыла. “Төбәктәрҙә эшләнгән - Рәсәйҙә эшләнгән” губернаторҙар сессияһы барышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Ағиҙел ҡалаһында порт тибындағы махсус иҡтисади зона булдырыу буйынса пландар тураһында хәбәр иткәйне.

- “Ағиҙел” йылға порт комплексы биш мең тоннаға тиклем һыу һыйҙырышлы “йылға-диңгеҙ” судноларын ҡабул итеү мөмкинлегенә эйә. Был мөһим стратегия объекты, - тип белдерҙе ул саҡта Андрей Геннадьевич.

“Ағиҙел” йылға-йөк порты үҫеше темаһына халыҡ-ара бизнес аҙналығында "түңәрәк өҫтәл" ойоштороласаҡ.

Фото: "Башинформ".

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас