Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
21 Декабрь 2022, 10:05

Иҫкәртәбеҙ: бер сәғәттән дә әҙерәк ваҡыт ҡалды

Кемде был тема ҡыҙыҡһындыра, сайттағы һылтанма буйынса инегеҙ.

Иҫкәртәбеҙ: бер сәғәттән дә әҙерәк ваҡыт ҡалды
Иҫкәртәбеҙ: бер сәғәттән дә әҙерәк ваҡыт ҡалды

Республиканың Финанс министрлығы хәбәр итеүенсә, 21 декабрҙә Башҡортостан буйынса Рәсәй Милли Банкы бүлексәһе эшҡыуарҙар өсөн “Бизнесты үҫтереү өсөн финанс ҡоралдары” вебинарын үткәрәсәк.

– Халыҡтың финанс белемен арттырыу сиктәрендә уҙғарылған вебинар барышында эшҡыуарҙар дәүләт ярҙамы саралары, бизнес асыу һәм үҫтереү өсөн өҫтәмә финанслау сығанаҡтары тураһында мәғлүмәт аласаҡ, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова.

Рәсәй банкының Башҡортостан буйынса Милли банк бүлексәһенең иҡтисад бүлеге начальнигы Фәнүзә Кәлимуллина бизнесты үҫтереү өсөн финанслауҙы нисек дөрөҫ йәлеп итергә һәм булған финанс ҡоралдарын нисек ҡулланырға кәрәклеге тураһында ентекләп һөйләйәсәк.

Вебинар бушлай. Ул Өфө ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 11-ҙә (Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге 9-ҙа) башлана. Ошо https://cbr.imind.ru/ һылтанма буйынса инергә. Вебинарҙың коды: 986-886-376

Фото: ktovdele.ru

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19795/

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: