Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
23 Декабрь 2022, 18:38

Тәүәккәлләгән – отҡан

Стәрлетамаҡ районында эшҡыуарҙар бихисап. Шуларҙың береһе Айрат Ишмийәров бәшмәк үҫтереү менән шөғөлләнә. Ул бынан биш йыл элек үҙ ихатаһында  көләпә бәшмәге (шампиньон) үҫтерә башлай.

Уңышты яйлап Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалаларына күмәртәләп һатыу базаларына  тапшыра. Һуңғы йылдарҙа магазин кәштәләрендә бәшмәктең төрлөһө күбәйҙе. Көләпә бәшмәге менән вешенкаға ихтыяж ҙур. Шуға күрә Айрат Рәфҡәт улы бәшмәк үҫтереүҙе киңәйтеү маҡса­тында район администрацияһына мөрәжәғәт итеп, “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнаша ла буш торған бинаны ҡуртымға алып көләпә бәш­мәген күпләп үҫтереүгә тотона.

Айрат һөнәре буйынса агроном. Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлап тыуған яҡтарына эшкә ҡайта.

– Күптән үҙ эшемде асырға хыял­ландым. Нимәнән башларға тип оҙаҡ уйланғандан һуң ҡатыным Айгөл менән көләпә бәшмәк үҫтерергә булдыҡ, – тип һөйләй Айрат Ишмийәров. – Шампиньондар­ҙың уңышы йылыға һәм температу­раның бер кимәлдә тороуына бәйле. Әле 100 квадратта үҫтерә­беҙ. Эште башлауға, мәҫәлән, бер миллион һумдан артыҡ аҡса сарыф ителгән.

Һәр шәхси эшҡыуарлыҡ – ғаилә шөғөлө. Ҡатыны Айгөл һәр яҡлап ярҙам итә. Предприятиела дүрт кеше эшләй. 

– Уңышты йыйып алғас, күмәртәләп кенә түгел, социаль селтәрҙәр аша ла һатыуға сығарабыҙ. Тоҙлап һәм  маринадлап, паштет, икра эшләп һатабыҙ. Быйыл көҙ “ Беҙҙең бренд” алтынсы махсус күргәҙмәлә көмөш миҙал яуланыҡ, – ти Айгөл Ишмийәрова.

Ишмийәровтарҙың артабан үҫе­шергә, күләмде арттырырға ынтылыштары ҙур. Тәүәккәлләгән – ­отҡан. Ҙур эшкә йөрьәт иткән тырыш ғаилә  киләсәккә өмөттәр менән йәшәй һәм эшләй.

- Г. СӘХИЕВА

Читайте нас: