Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
4 Ғинуар 2023, 19:30

4 меңгә яҡын бизнес-проект ҡаралған

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ тарманғы йылдам үҫешә

4 меңгә яҡын бизнес-проект ҡаралған
4 меңгә яҡын бизнес-проект ҡаралған

Әлбиттә, ярҙам саралары төрлө һәм бик күп. Шул иҫәптән яңы идеяларҙы, яңы йүнәлештәрҙе асыу буйынса “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре” уңышлы алым булып ҡала. Унда ҡатнашып, проекттары хаҡында һөйләп, йүнселдәр власть тарафынан ниндәй ҙә булһа ярҙамһыҙ ҡалмай. Мәҫәлән, үткән йылда ғына ла Башҡортостанда был осрашыуҙарҙа 126,6 млрд һумға торошло йәмғеһе 3997 проект ҡаралған.

БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов белдереүенсә, 2022 йылдың 11 айында район-ҡала хакимиәттәрендә барыһы 2689 “эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткән һәм уларҙа 3997 проект тикшерелгән. Әйткәндәй, был күрһәткес 2021 йылда үткәрелгән кәңәшмәләр менән сағыштырғанда 6 процентҡа күберәк.

Район-ҡалалар араһында әүҙем эшләгәндәр ҙә бар. Министр был йәһәттән Өфөнө (335 проект), Благовещенды (160 проект) һәм Салауат ҡалаһын (133 проект) айырып әйтте.

Ҡарау, өйрәнеү бер, проекттар тормошҡа ашырға тейеш – бизнес үҫешендә быныһы инде төп шарт.

– Муниципалитеттар бизнес-шерифтары ярҙамы менән республикала 1032 проект эшләй башланы, 9 меңгә яҡын эш урыны булдырылды, – тип һөйләп үтте был йәһәттән Рөстәм Афзалов.

Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, Башҡортостанда бизнес-шериф мәктәбен булдырыу һәм “эшҡыуарлыҡ сәғәттәре” үткәреү 2019 йылда Радий Хәбиров башланғысы менән старт алды һәм әле лә уңышлы эшләй килә. Улай ғына ла түгел, хәҙер был алым ил кимәлендә өйрәнелә.

Белеүегеҙсә, бөгөнгө көндә көнбайыш һәм Европа баҫымы аҫтында Рәсәй бизнесына эшләүе еңел түгел, әммә ил Президенты был тәңгәлдә бер генә аҙымда артҡа сигенмәҫкә тигән фарман бирҙе. Атап әйткәндә, Владимир Путиндың контроль органдарына артыҡ тикшереүҙәр үткәреп бизнес өлкәһенә ҡамасауламаҫҡа, бюрократик кәртәләр булдырмаҫҡа, киреһенсә, ярҙам итергә саҡырыуы иғтибарға лайыҡ. Әлеге йәһәттән, Башҡортостан телгә алып үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре” нигеҙендә был тәңгәлдә алдынғы булып тора.

 

Һүрәттә: Стәрлетамаҡ ҡалаһында сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә” урамдарға күҙәтеү камералары ҡуйыу проекты ҡарала.

Фото ҡаланың бизнес-шерифы Артур Әсәҙуллин сәхифәһенән алынды.

 

 

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: