

Бөгөн йәштәр араһында үҙ эшен асып, ярайһы уҡ уңыштарға өлгәшкән, матур ғаилә ҡороп, күркәм йорт төҙөгән, балалар үҫтергән замандаштарыбыҙҙың булыуы ҡыуаныслы. Ябай ағастан башланған шөғөлдө артабан киңәйтеп, мебель цехы асҡан, Аҡъярҙа үҙенең эшләгән йыһазын һатыу өсөн магазин булдырған йәш һәм уңған йүнселдәрҙең береһе Илшат Игебаевты төбәктә яҡшы беләләр.
Ағас “ене” ҡағылған оҫтаны табыуы ҡыйын булманы. Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, үҙенә генә хас проект буйынса үҙ ҡулдары менән төҙөгән хан һарайындай йорто бар урамға йәм биреп ултыра. Ихата эсендә оҫтаханаһы урынлашҡан.
Байғусҡар ауылында тыуып үҫкән Илшат Вәкил улы бәләкәйҙән ағас эше менән ҡыҙыҡһына. Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тигәндәй, ул да атаһынан ғына түгел, хатта олатаһынан күреп “уҡ юнған”. Олатаһы Нуретдин Игебаев күрше Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылынан. Оҫта ҡуллы һәм диндар Нуретдин олатай тураһында күптәр яҡшы белә, уның улдары ла ағас эшенә маһир, оҫта ҡуллы ир-уҙамандар. Сибай ҡалаһында йәшәгән Әнүәр Игебаевтың ағастан һырлап эшләгән әйберҙәре республикала ғына түгел, хатта сит илдәрҙә лә танылған.
Тап ошо затлы нәҫелдең бер быуыны булараҡ, Илшат Игебаев та мәктәп йылдарында уҡыған саҡта уҡ ағастан төрлө һындар эшләү менән мауыға. Көтөп алған хеҙмәт дәресе уның өсөн тотош бер серле донъяға әүерелә: ағасты йыша, юна, кәкре-бөкрө тамырынан булһынмы, таҡтананмы, һырлап күҙҙең яуын алырлыҡ әйберҙәр тыуҙыра.
Мәктәпте тамамлағас, документтарын Сибай педагогия колледжының технология бүлегенә тапшыра. Ҡулына диплом алғас, Садовый мәктәбендә хеҙмәт дәресенән балаларға белем бирә. Артабан әрме хеҙмәтендә булып, тыуған яҡтарына ҡайтып төшә. Ул ваҡытта тормош та бер аҙ үҙгәрә, Илшат Вәкил улының да күңел төбөндә күптән йөрөткән хыялы тынғылыҡ бирмәй. Үҙ эшен асыу, ағас менән булышыу, йыһаз яһап ҡарау теләген ата-әсәһенә әйткәс, улар ҙа улдарының был теләгенә ҡаршы килмәй. Артабан егет Өфөлә мебель етештереү менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙа эшләп, бер аҙ тәжрибә туплай.
2007 йылда йәш йүнсел элекке колхоздың Байғусҡарҙағы һөт ҡабул итеү бинаһын ҡуртымға алып эш башлай. Тәүҙә оҫта һандыҡ, өҫтәл, кухня өсөн өҫтәл һәм ултырғыстарҙан башлай, артабан клиенттары барлыҡҡа килә, заказ биреүселәр ҙә күбәйә. Гөлсөм Ғәфүрйән ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, бер ҡыҙ һәм бер улға ғүмер бирәләр.
– 2011 йылда район үҙәгенә күстек, сөнки ауылдан үҙебеҙ эшләгән йыһазды Аҡъяр баҙарына алып сыға инек. Юлға киткән ваҡыт та, сығымдар ҙа күп булғас, уйлаштыҡ та, өй һалып, хужалыҡ тауарҙары магазины астыҡ. Артабан ихатала цех булдырып, заманса станоктар, мебель етештереү өсөн махсус ҡорамалдар һатып алдыҡ. Эшҡыуарлыҡ менән булышаһың икән, уны бер нисә йүнәлештә алып барыу кәрәк тигән фекерҙәмен. Гел бер төрлө эшкә заказдар ҙа булмай китә, ә төрлө йүнәлештә эшләһәң, мотлаҡ клиент табыла, – ти эшҡыуар.
Илшат Вәкил улы тимерҙән әйбер яһау цехы булдырып, район хакимиәтенән “Стартап” дәүләт программаһы буйынса 300 мең һум субсидия алыуға ирешә. Аҡрынлап тимер ҡапҡалар, рәшәткәләр эшләү оҫтаһына ла әүерелә. Хужалыҡ тауарҙары магазинында үҙҙәре етештергән йыһазды ла һатыуға ҡуя.
Һуңғы йылдарҙа күп хужабикәләр йортондағы интерьерҙы үҙҙәре планлаштыра һәм йыһазға ла кәрәкле үлсәмдәр менән заказ бирә. Алтын ҡуллы оҫта Илшат Игебаевҡа хәйбуллалар ғына түгел, күрше Баймаҡ, Йылайыр райондары, Өфө, Гай ҡалаларында йәшәгән кешеләр ҙә мөрәжәғәт итә.
– Эш өсөн материалдарҙы күмәртәләп Сибай, Магнитогорск, Өфө ҡалаларынан алабыҙ. Халыҡ күберәк аш-һыу бүлмәһе өсөн гарнитурҙар, шкаф, өҫтәл, шулай уҡ карауаттарға заказ бирә. Үлсәмдәрҙе үҙебеҙ барып алабыҙ, йыһазды эшләп бөткәс, шулай уҡ ҡороп ултыртабыҙ. Тәүҙәрәк кеше аҡ һәм ҡара төҫтәргә өҫтөнлөк бирһә, хәҙер сағыу төҫлө гарнитурҙарға заказ күп. Иң мөһиме – клиенттың теләгенә тап килтереп, сифатлы итеп яһайбыҙ, – ти Илшат Вәкил улы.
Тырыш һәм уңған ғаиләнең йәнә бер шөғөлө бар. Игебаевтар туризм өлкәһендә лә үҙ эшен асҡан һәм “География” туристик агентлығы аша хеҙмәттәшлек итә. Үҙҙәре лә сит илдәргә сәйәхәткә йыш сыға, Башҡортостандың матур урындары буйлап йөрөргә ваҡыт таба.
Алдан әйтеп үтеүемсә, күркәм йорттары әллә ҡайҙан күренеп, балҡып ултыра. “Хыялымдағы йортомдо төҙөнөм, студент саҡта уҡ планын һыҙып, проектын эшләгән инем. Оҙаҡ һалдым, әммә барыһы ла теләгәнемсә килеп сыҡты”, – ти ул.
Бына шундай бар яҡлап оҫта һәм уңған йүнсел йәшәй Хәйбулла тарафтарында. Ни тиһәң дә, үҙ эшеңде асыу менән генә эш алға бармай, теләк янына йөҙләтә тырышлыҡ та кәрәк шул.
Кәримә УСМАНОВА