Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
23 Ғинуар 2023, 23:30

Эшҡыуарҙар һаны арта

Социаль һәм йәш эшҡыуарҙарға гранттарға республика министрлығы 2022 йылда 134,5 миллион һум бүлгән.

Эшҡыуарҙар һаны арта
Эшҡыуарҙар һаны арта

2022 йылда Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының һаны 128 меңгә еткән. Был хаҡта республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында белдерҙе. Республикала үҙмәшғүлдәр институты ла әүҙем үҫешә. Уларҙың һаны 125 меңдән ашҡан. 2021 йыл менән сағыштырғанда үҫеш 63 процент тәшкил иткән.

Бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарында мәшғүлдәр һаны ла артҡан – 572 мең хеҙмәткәргә тиклем. Был 2021 йылға ҡарағанда 11,6 процентҡа күберәк. Республика бюджетына эшҡыуарҙарҙың һалым түләүҙәре күләме 20 процентҡа – 14,8 миллиард һумға тиклем артҡан.

– 2022 йылда эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә дәүләт ярҙамы 974 миллион һум тәшкил итте. Шул иҫәптән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыуға 644 миллион һум бүленде, уларҙың 600 миллион самаһы – федераль ҡаҙнанан. Йәлеп ителгән федераль аҡса күләме буйынса республика Волга буйында – икенсе, Рәсәй төбәктәре араһында бишенсе урынды биләй. Быйыл финанслау 7,8 процентҡа – 694,5 миллион һумға тиклем арттырылды, – тине Рөстәм Афзалов.

Социаль һәм йәш эшҡыуарҙарға гранттарға республика министрлығы 2022 йылда 134,5 миллион һум бүлгән. 2022 йылда йәш бизнесмендарға ярҙам итеү өсөн гранттар тәүгә бирелде, тине Рөстәм Афзалов.

– Тап грант ярҙамы эшҡыуарлыҡ үҫешен әүҙемләштереү ҡоралдарының береһе булып тора. 2023 йылда социаль һәм йәш эшҡыуарҙарға гранттар өсөн 210 миллион һум самаһы аҡса бүленә. Ошо күрһәткес буйынса Башҡортостан, бер йыл элекке кеүек үк, Рәсәйҙә беренсе урынды биләй, – тип билдәләне Рөстәм Афзалов.

Шулай уҡ 2022 йылда тәүге тапҡыр халыҡ кәсептәре өлкәһендәге эшҡыуарҙарға һәм үҙмәшғүлдәргә субсидиялар бүленгән. Дөйөм алғанда улар 8 миллион һум алған.

Былтыр 700 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты, үҙмәшғүлдәр республика үҫеш институттары линияһы буйынса ярҙам алған. Дөйөм сумма 2,8 миллиард һумдан ашҡан, үҫеш 12 процент тәшкил иткән. Ихтыяжлы продукттар араһында – микрозаймдар, лизинг, Гарантия фондының яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуы.

– Беҙ Төбәк лизинг компанияһының продукттар линейкаһына үҙгәрештәр индерҙек. Һеҙҙең ҡушыуығыҙ буйынса, Радий Фәрит улы, бер айҙан компания лизинг һәм коммерция транспортын рәсмиләштерә. Лизингыға туристик автобустар һатып алырға әҙер эшҡыуарҙар ҙа бар, – тине Рөстәм Афзалов.

2023 йылға төп бурыстар араһында – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һанын 130 меңгә тиклем арттырыу, ярҙам сараларын киңәйтеү, стартаптарға булышлыҡ итеү механизмын индереү.

Радий Хәбиров Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе, бизнес-шерифтар менән күсмә кәңәшмә ойошторорға, шулай уҡ халыҡ кәсептәре өлкәһендә эшҡыуарҙар өсөн гранттарҙы арттырыу мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: