Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
24 Ғинуар 2023, 22:30

Ҙур проекттарға айырым иғтибар бүленәсәк

Һөт етештереүселәрҙең XIV милли съезында ниндәй мәсьәләләр ҡаралды?

Ҙур проекттарға айырым иғтибар бүленәсәк
Ҙур проекттарға айырым иғтибар бүленәсәк

Мәскәүҙә һөт етештереүселәрҙең XIV милли съезы уҙҙы, унда үткән йылға йомғаҡтар яһалды һәм киләһе йылдарға пландар билдәләнде. Ил кимәлендәге сарала Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашты. Делегацияға республика Хөкүмәте вице-премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкселек итте.

Съезда билдәләнеүенсә, үткән йыл һөт етештереү буйынса шаҡтай һөҙөмтәләргә өлгәшелгән.

– Һауым кимәле 32,6 миллион тоннаға барып етте, был 2021 йыл менән сағыштырғанда күберәк, – тип билдәләп үтте Рәсәй ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев.

Чиновник һүҙҙәренсә, бындай күрһәткестәргә өлгәшергә тармаҡты модернизациялау һәм юғары технологиялар ҡулланған предприятиелар асыу ярҙам иткән.

– Башлыса был предприятиелар – эре хужалыҡтар. Шуға артабан да тәү сиратта ҙур предприятеларға ярҙам итеү алымы менән эшләйәсәкбеҙ. Ундай проекттарға тәү сиратта бер мең баштан ашыу һыйыр аҫраған хужалыҡтар инә. Ундайҙарға ярҙам итеү уңышлыраҡ, инвестициялар тиҙ арала аҡлана, – тип тә өҫтәне Дмитрий Патрушев. Ҙур предприятеларға ярҙам итеү буйынса ҙур проект 2024 йылда башланырға тейеш.

Әйткәндәй, Башҡортостан хужалыҡтары ла был проектта ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Илшат Фәзрахманов һүҙҙәренсә, 2030 йылға индустриаль һөт фермалары һаны иллегә етәсәк – был күрһәткескә етеү Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 310-сы указын тормошҡа ашырыу планына ярашлы башҡарыла.

– Әлеге ваҡытта ҡайһы бер объекттар сафҡа инде лә инде, бәғзеләре әүҙем төҙөлөү, яңырыу өҫтөндә – барыһы 20 инвестиция проекты. Бынан тыш, беҙ бөгөн яңы фермалар төҙөү урындарын билдәләү менән мәшғүлбеҙ, – тип билдәләне Илшат Илдус улы. Уның һүҙҙәренсә, уртаса предприятиеға индустриаль һөт фермаһы 500 млн һум кимәлендә табыш килтерә ала.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: