Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил Ирина Абрамова муниципаль берәмектәрҙәге йәмәғәт ярҙамсылары менән уларҙың бизнесты тикшереү сараларында ҡатнашыуы мәсьәләләре буйынса видеоконференция тәртибендә эш осрашыуы үткәрҙе.
– Вәкил институты бизнесҡа административ баҫымды кәметеү яҡлы, – тине Ирина Абрамова. – Тикшереүҙәргә мораторий индереү һәм тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән саралар эшҡыуарлыҡ өсөн уңайлы, хәүефһеҙ мөхитте үҫтереүгә булышлыҡ итер, тип ышанам.
Ҡануниәткә ярашлы, йүнселдәр Башҡортостанда Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилде тикшереүҙә ҡатнашыуға йәлеп итә ала. Муниципаль берәмектәрҙә тикшереүҙәрҙә вәкилдең йәмәғәт ярҙамсылары ҡатнаша ала, сөнки уның исеменән вәкиллек һәм эксперт бурыстарын башҡаралар.
Ирина Абрамова ярҙамсыларға 2023 йылда эшҡыуарҙарға ҡарата планлы тикшереүҙәрҙең үткәрелмәйәсәге тураһында хәбәр итте. Бындай саралар юғары хәүеф категорияһына ингән объекттарҙа ғына буласаҡ. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Дәүләт һәм муниципаль контроль тураһындағы федераль законды тормошҡа ашырыу, тикшереүҙәргә ҡағылышлы һәм башҡа мәсьәләләр буйынса фекер алышты, контролдә тотоу сараларында ҡатнашҡанда ниндәй хоҡуҡтарға, бурыстарға эйә булыуы хаҡында белде. Йәмәғәт ярҙамсылары муниципаль власть органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеү һәм йүнселдәргә бизнесты алып барыу мәсьәләләре буйынса консультация биреү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Вәкил йәмәғәт ярҙамсыларына буласаҡ ваҡиғалар тураһында һөйләне.
Текст, фото сығанағы: pravitelstvorb.ru