Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
6 Февраль 2023, 20:30

Ике меңдән ашыу эшҡыуарлыҡ субъекты ярҙамдан файҙаланған

Күптәр кредит каникулы алған.

Ике меңдән ашыу эшҡыуарлыҡ субъекты ярҙамдан файҙаланған
Ике меңдән ашыу эшҡыуарлыҡ субъекты ярҙамдан файҙаланған

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй банкының оператив мәғлүмәттәре буйынса, былтыр марттан декабргә тиклем банктар Рәсәйгә ҡарата санкциялар индерелеү сәбәпле республикалағы ауыр финанс хәлдә ҡалған бәләкәй һәм уртаса предприятиеларҙың ике меңгә яҡын кредитын реструктуризацияланы. Был бурыстың дөйөм күләме 13 миллиард һум тәшкил итә ине. Күпселек осраҡта компаниялар кредит каникулы алған (5,8 миллиард һумға 1,3 меңдән ашыу килешеү төҙөлгән). Башҡа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары банктарҙың программалары буйынса ниндәйҙер льготалар алған.

– Төбәктәге инвестиция шарттары күп осраҡта, айырыуса тышҡы санкциялар баҫымы булғанда, бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам итеү иҫәбенә формалаша. Шул уҡ ваҡытта бизнестың заем аҡсаһын йәлеп итеүенә ҡағылған саралар ҙур әһәмиәткә эйә. Мәҫәлән, әле республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына микрозаем биргән 800 миллион һумдан ашыу актив менән Башҡортостан Республикаһының бәләкәй эшҡыуарлыҡ микрокредит компанияһы, йәнә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының йөкләмәләре буйынса поручитель булған 700 миллион һумға яҡын актив менән Гарантия фонды эшләй, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова.

Рәсәй Хөкүмәте раҫлаған исемлеккә ауыл хужалығы, туризм, дөйөм туҡланыу, медицина, мәғлүмәт технологиялары, ваҡ сауҙа, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, йыһаз, көнкүреш химияһы етештереү индерелгән.

– Кредит каникулы санкциялар шарттарында бизнесҡа ярҙамдың һөҙөмтәле алымына әүерелде. Уның ярҙамында финанс ҡыйынлыҡтар кисергән эшҡыуарҙарҙың хәлде яйға һалыу, әкренләп ғәҙәти түләү графигына кире ҡайтыу мөмкинлеге тыуҙы, - тине республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

 – Баштараҡ санкцияларҙан зыян күргән бәләкәй һәм уртаса компаниялар 2022 йылдың 30 сентябренә тиклем кредит каникулына ғариза бирә ала ине. Әммә был мөмкинлек 2023 йылдың 31 мартына тиклем оҙайтылды, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банктың иҡтисад бүлеге начальнигы Фәнүзә Кәлимуллина. – Төп һәм өҫтәмә ОКВЭД коды зыян күргән тармаҡтар исемлегенә ингән компаниялар түләүҙе кисектереү йәки айлыҡ иғәнәләрҙе кәметеп түләү хоҡуғынан файҙалана ала.

Консультация өсөн үҙегеҙҙең банк эшмәкәрлеген хеҙмәтләндергән бүлеккә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Кредит каникулы критерийҙарына тап килмәгән компаниялар өсөн банкта бурыстың структураһын үҙгәртеү программалары әҙерләнгән. Ошондай программалар буйынса 600-ҙән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты 7,2 миллиард һумлыҡ льгота алған.

Фото: pravitelstvorb.ru

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: