Эшҡыуар
21 Февраль 2023, 05:26

Ата-бабалар юлын дауам итә

Йылына – 130-ҙан ашыу умарта!

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Быйыл республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡарары менән солоҡ һәм түмәр умартасылығын үҫтереү буйынса төбәк программаһы барлыҡҡа килде.

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, беҙҙә 12 меңдән ашыу кеше умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Әммә һуңғы ваҡытта халҡыбыҙҙың боронғо кәсеп­тәренең береһе – солоҡсолоҡ бер аҙ юғала бара.

Белорет районында йәшәгән оҫта Азамат Заһиҙуллин, бер нисә йыл элек тап ошо милли кәсепте үҫтереү, ата-бабалары­быҙҙың шөғөлөн дауам итеү маҡ­сатында Ноҡат ауылы янындағы урманда боронғо солоҡтарҙы табып, уларҙы эшләргә өйрәнеп, үҙе лә умарта юна башлай.

Бөгөн ул – районда ошо йәһәт­тән иң тәүге оҫталарҙың береһе. Йылына 130-ҙан ашыу солоҡ умартаһы эшләгән кеше ул! Сығышы менән Ноҡат ауылынан. 1997–2016 йылдарҙа Белорет район эске эштәр бүле­гендә эшләп, хаҡлы ялға сығып, солоҡсолоҡ эшенә тотона.

– Иң тәүҙә ауыл янындағы урманда элекке солоҡтарҙы табып, нисек эшләнгәндәрен ҡарап сыҡтым. Ололарҙан һораштым, уларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалдым. “Эште нисек башларға, солоҡ умартаһын нисек юнырға?” тигән һорауҙар менән Бөрйән районының Ҡотан ауылында солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән Айҙар Нәҙершинға барҙым. Ул миңә ентекләп аңлатты, эшләү серҙәрен өйрәтте, солоҡто ултыртыу, тәрбиәләү буйынса ла бик күп фәһемле кәңәштәр бирҙе.

Күптәр солоҡ умартаһы менән түмәр умартаһы бер үк тип уйлап, тәрән яңылыша. Солоҡ умарта­һын үҫеп ултырған ағасты һай­лап, өңөп эшләйбеҙ. Ә түмәр умар­таһы кипкән ҡарағай ағасы­нан юнып-соҡоп эшләнә. Бейеклеге – метр ярым, киңлеге 50 сан­тиметр тирәһе булырға тейеш.

Үҙемдең дә солоҡ умарталарым бар, быйыл ярайһы ғына уңыш та алдыҡ. Иғтибар итһәгеҙ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән ата-бабаларыбыҙ үҙенең тамға­һын һалыр булған. Әле лә Бөрйән һәм Белорет урмандарында там­ға­лы солоҡ умарталары осрай. Үҙемдең тамғам бар, һәр солоҡ умартаһына “А” хәрефе ҡуя барам, – ти Азамат Вәхит улы.

Солоҡ умарталары ҡыш эшләнә, шуға күрә еңелдән түгел. Һуңғы ваҡытта күп умартасы, онотола барған кәсепте тергеҙеү ниәтенәнме, әллә солоҡ балына ихтыяждың һәм хаҡтың юғары булыуы сәбәплеме, солоҡсо­лоҡто үҫтереүгә күп көс һала, шуға күрә уға һорау ҙа ҙур – солоҡ умартаһы эшләргә заказ биреүселәр күбәйә.

Белорет оҫтаһы шулай уҡ йүкә ағасынан бал һәм ҡымыҙ һаҡлау өсөн төрлө ҙурлыҡтағы батмандар, тәпән, ҡымыҙ бешкес яһай. Был эштәрҙең барыһы ла сабыр­лыҡ һәм түҙемлек талап итә, сөн­ки ағас менән шөғөлләнеү ювелир эшенә тиң. Азамат шулай уҡ бесән әҙерләү өсөн ағастан һәнәк, тырмалар, һандыҡтар ҙа эшләй, ҡайыштан сыбыртҡы ла үрә.

Иренең һәр башланғысын хуп­лап, үҙе лә бар яҡлап ярҙам итеп торған ҡатыны Зәйнәп Миңлебай ҡыҙының да ҡулы алтын. Ул Азамат Вәхит улы эшлә­гән ағас әйберҙәргә һырлап-семәрләп һүрәттәр төшөрә, яҙыуҙар менән дә булыша. Уңған, матур ғаиләлә өс бала тәрбиә­ләнә, Айтуған улдары Өфөлә белем ала, студент, ҡыҙҙары Наҙ­гөл Х класта уҡыһа, бәләкәйҙәре Нурияға әле биш йәш.

“Ете егет” телевизион конкурсында ҡатнашҡан егеттәр өсөн дә солоҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре биргән, теләүселәргә бар яҡлап ярҙам итергә әҙер Азамат Заһиҙуллин. Бына шундай өлгөлө ғаилә башлығы, хәстәр­лекле атай, оҫта ҡуллы солоҡ яһаусы йәшәй Белорет тарафтарында.

 
К. ИШБУЛДИНА

Белорет районы.

Читайте нас