Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең йәмәғәт эксперты, гражданлыҡ-хоҡуҡ мөнәсәбәттәре буйынса юрист Степан Полянский Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусылары өсөн бизнеста һөйләшеүҙәр алып барыу сәнғәте тураһында лекция үткәрҙе. Сара ошо уҡыу йорто менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙе ғәмәлгә ашырыуға ярашлы ойошторолдо.
Бизнес-омбудсмен Ирина Абрамова билдәләүенсә, уҡыусыларға эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен өйрәнеүҙә уның йәмәғәт эксперттары – ғәмәлдәге юристар һәм адвокаттар ярҙам итә.
- Тыңлаусыларыбыҙ – потенциаль эшҡыуарҙар. Уларҙың үҙаллы юлы башланыр алдынан беҙ уңышлы эшмәкәрлек өсөн кәрәк буласаҡ иң кәрәкле ҡоралдар һәм белемдәр менән тәьмин итергә теләйбеҙ. Һөйләшә белеү – һәр эшҡыуар өсөн мөһим талаптарҙың береһе, йәштәр уны оҫта файҙалана белергә тейеш, - тип аңлатма бирҙе бизнес-омбудсмен.
Лекция барышында Степан Полянский уҡыусыларға һөйләшеүҙәр алып барыу оҫталығының профессиональ эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормошта нисек ярҙам итеүе тураһында ентекле һөйләне. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар менән бергә ғәмәли миҫалдар һәм тормоштағы хәл-ваҡиғалар ҡаралды. Шулай уҡ эксперт эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил эксперттарының эше, бизнестың ниндәй проблемаларға юлығыуы, хәүефһеҙ һәм уңайлы бизнес-мөхит булдырыу өсөн республикала ниндәй ҡарарҙар ҡабул ителеүе хаҡында һөйләне.
Бизнес-омбудсмен мәғлүмәттәренә ҡарағанда, мәктәп уҡыусыларының эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә әҙерлек кимәлен күтәреү, йәштәрҙе бизнес процестарына йәлеп итеү, ә артабан Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарҙар иҫәбен арттырыу проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәле буласаҡ. Шулай уҡ килешеү сиктәрендә хеҙмәттәшлек итеү Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ мөхитен үҫтереү өсөн өҫтәмә кадрҙар базаһы булдырырға ярҙам итәсәк, йәштәр араһында эшҡыуарлыҡты популярлаштырыуға булышлыҡ итәсәк.
Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru