Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
7 Март 2023, 15:32

Ул бирешә торғандарҙан түгел

Иренең башлаған эшен лайыҡлы дауам итә.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Ҡарап тороуға мебель эшләүҙең бер ҡатмарлығы ла юҡ кеүек. Заманса станоктарҙа кәрәкле үлсәмдә ҡырҡылған һәм төрлө төҫтәге мебель өсөн тәғәйенләнгән төҙөлөш материалын алып, уны йәбештерергә йә иһә ҡаҙаҡларға ғына кәрәк. Был осраҡта, халҡыбыҙҙың “ҡорал эшләй, оҫта маҡтана” тигән әйтемендәге кеүек, барыһын да “аҡыллы” техника теүәлләп тә ҡуя кеүек. Әммә тәү ҡарамаҡҡа ғына шулай тойола.

 Баймаҡ ҡалаһындағы “Мастер-мебель” магазины хужабикәһе Нурия Асыловаға йыһаз етештереүҙе һәм уны һатыуға сығарыуҙы юлға һалғансы байтаҡ тир түгергә тура килә. Бөгөн уңған һәм булдыҡлы эшҡыуарҙың үҙенең етештереү цехы һәм айырым магазины бар. Цех тулыһынса заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, күптән түгел ваҡ дисперслы ағас фракцияһы өсөн фрезерлау станогы һатып алынған. Был иһә эште тағы ла сифатлыраҡ һәм заман талаптарына яуап бирерлек итеп башҡарырға ярҙам итә.

Ысынлап та, тәү ҡарауға бар эште мөләйем йөҙлө, нескә күңелле ханымдың атҡарып сығыуына ышанырлыҡ та түгел. Әммә уның менән аралашҡан һайын эшҡыуарлыҡ өлкә­һендә тәрән “йөҙөүен”, мебель етештереүҙең бар нескәлектәрен белеүе һоҡландырҙы. “Ирем менән бергә башлаған эште дауам иткем килде, шуға ла ул вафат булғас, бар яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә алырға батырсылыҡ иттем”, – ти ул.

Шәхси эшҡыуарлыҡ өлкәһенә Асыловтар 2002 йылда ныҡлап тотона. Ул ваҡытта ғаилә Аҡморон ауылында йәшәй. Тормош иптәше Әхмәҙиә Лоҡман улы һөнәре буйынса рәссам-биҙәүсе була, мәктәптә балаларға һыҙма, рәсем һәм хеҙмәт дәрестәренән белем бирә. Ҡасандыр күңелендә йөрөткән хыялын тормошҡа ашырып, йорт янындағы бер бүлмәне оҫтаханаға әйләндереп, заказ буйынса кухня өсөн йыһаздар эшләргә тотона.

Оҫтаның даны ете ауылға тарала, тигәндәй, уға күрше ауылдарҙан да заказ биреүселәр көндән-көн арта бара. Үҙ-ара кәңәшләшкәндән һуң, ғаилә Баймаҡ ҡалаһына күсеп килә. Тәүҙә мебель эшләү цехы, артабан ҡала уртаһын­дағы бинаны һатып алып “Мастер-мебель” магазинын асыуға ирешәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2017 йылда ире вафат була. Өс бала менән яңғыҙ ҡалған ҡатын, ни тиклем ауыр булыуға ҡарамаҫтан, эште дауам итә.

– Ул ваҡыттарҙы уйлайым да ни тиклем тәүәккәл һәм ҡыйыу булғаныма аптырап ҡалам. Барыһын да бер үҙемә күтәреүе еңелдән булманы, ярай әле хәҙер улым ярҙамлаша. Шулай уҡ бергә эшләгән һәм, һәр башланғысымды күтәреп, ярҙам иткән эшселәремә ҙур рәхмәт. Заказдар күп булып киткәндә, эшкә ваҡытлыса кешеләрҙе йәлеп итәбеҙ. Беҙҙең төп маҡсат – халыҡҡа сифатлы материалдарҙан уңайлы һәм үҙҙәре теләгән мебелде етештереү. Бының өсөн беҙ клиенттарҙың йорттарына барып ҡарап, кәрәкле үлсәмдә, үҙҙәре әйткән төҫтә уларҙың интерьерҙарына ярашлы йыһаз эшләйбеҙ. Эшләп бөткәс, оҫталар үҙҙәре үк әҙер мебелде алып бара һәм ҡороп бирә.

Иң мөһиме – клиенттың теләгенә тап килтереп, сифатлы итеп яһайбыҙ. Тауарыбыҙға ихтыяж һәр саҡ ҙур. Баймаҡ ҡалаһы һәм районы ғына түгел, күрше-тирә яҡтарҙан да заказ биреүселәр күп. Шулай уҡ ойошмалар менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ, улар ҙа һәр саҡ беҙҙең мебелде һайлай, – ти Нурия Сабирйән ҡыҙы.

Форсаттан файҙаланып, тиҙ арала төрлө диван, аш-һыу бүлмәһе өсөн гарнитурҙар, шкаф, өҫтәл, карауаттар теҙелгән магазинды байҡап сығырға ла ваҡыт таптыҡ. Бында Пенза һәм Орск ҡалаһы фабрикаларында етештерелгән сифатлы диван-карауаттар урын алған. Эшҡыуар белдереүенсә, сифатлы йыһазды билдәле фирмаларҙан ғына алып киләләр, шулай уҡ фурнитура менән Силәбе өлкәһенең “Уралплит” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тәьмин итә. Алда әйтеүемсә, аш-һыу бүлмәһе өсөн сағыу гарнитурҙар, балалар өсөн мебель хәҙер ваҡ дисперслы ағас фракцияһы өсөн фрезерлау станогы эшләнелә.

Күптәр Нурия Сабирйән ҡыҙын үҙен тик эшҡыуарлыҡҡа ғына бағышлаған тип уйлаһа, тәрән яңылыша. Улы Нияз һәм ҡыҙҙары Йәмилә, Камила өсөн өҙөлөп торған яғымлы әсәй ҙә ул. Ял көндәрендә ҡәҙерле балаларына тәмле бәлештәр бешерә, күмәкләшеп киноға йөрөйҙәр. Хатта Сибай, Магнитогорск, Өфө ҡалаларына театрға барырға ла ваҡыт табалар. Сәләмәт тормошто һәм спортты, сәнғәтте һәм мәҙәниәтте яратҡан ғаилә ҡалала үткән сараларҙан да ситтә ҡалмай. Йәй көнө республикабыҙҙың төрлө матур урындарында, йәмле Талҡаҫ күлендә, Ҡара диңгеҙ буйҙа­рында сәйәхәт итергә лә өлгөрәләр. Әйткәндәй, Йәмилә ҡыҙҙары, атаһы кеүек, һүрәт төшөрөргә ярата, музыканы үҙ итә. Ул Сибай сәнғәт колледжында белем ала.

– Балаларым – тормош биҙәге, улар һау-сәләмәт булһын, күңелдәренә оҡшаған һөнәргә эйә булып, яратҡан шөғөлдәре менән булышһын, үҙ иштәрен табып, донъя ҡорһон. Әсә кешенең ошонан да ҙур хыялы булыуы мөмкинме һуң? – тип йылмая бәхетле әсәй.

Бар булмышынан нур бөркөлгән, шул уҡ ваҡытта етди һәм талапсан етәксе булған, эшҡыуарлыҡта ныҡлы урынын тапҡан, иртәгәһе көнгә тулы ышаныс һәм өмөт менән ҡараған, булдыҡлы, креатив һәм нәзәкәтле Баймаҡтың уңған ҡатын-ҡыҙын яҙ һәм наҙ байрамы менән ҡотлайбыҙ һәм артабанғы эшендә тик уңыштар теләйбеҙ!

 
Кәримә УСМАНОВА

Баймаҡ ҡалаһы.

Читайте нас: