Эшҡыуар
7 Апрель 2023, 13:45

Эшҡыуарҙар арта!

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров: “2023 йылға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һанын 130 меңгә тиклем арттырыу бурысын ҡуябыҙ”.

Эшҡыуарҙар арта!Эшҡыуарҙар арта!
Эшҡыуарҙар арта!

Башҡортостанда һуңғы өс йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һанының артыу тенденцияһы күҙәтелә. Әгәр 2020 йылда улар 122 меңдән ашыу иҫәпләнһә, 2022 йылдың аҙағына был һан 128 меңгә яҡын тәшкил иткән. Ошо йылдарҙа төбәктә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының үҫеше 4,6 процент тәшкил иткән. 2023 йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һанын 130 меңгә тиклем арттырыу планлаштырыла.

– Бөгөн Башҡортостанда бәләкәй һәм урта бизнес – 128 мең эшҡыуар, шулай уҡ 125 меңдән ашыу үҙмәшғүл. Был өлкәлә ярты миллиондан ашыу кеше эшләй. Улар тулайым төбәк продуктының 30 проценты самаһын тәшкил итә. Уларҙан һалым керемдәре 20 проценттан ашыуға артып, 14,8 миллиард һум тәшкил итте, – тине Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров.

Бындай динамикаға “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проектының төп сараларын ғәмәлгә ашырыу һәм дәүләт ярҙамы арҡаһында өлгәшелде.

– Былтыр еңел старт һәм бизнес алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырыуға 1 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелде, – тип өҫтәне Премьер-министр.

Шул иҫәптән 2022 йылда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проектын ғәмәлгә ашырыуға 644,5 миллион һум бүленгән, шуның 599,4 миллион һумы – федераль, 45,1 миллион һумы – Башҡортостан бюджеты аҡсаһы.

2022 йылда бүленгән федераль аҡса суммаһы буйынса Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында 5-се һәм Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында 2-се урынды алды.

– Тәүге тапҡыр йәш эшҡыуарҙарға гранттар тапшырылды. 133 грантҡа бында 63 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Быйыл грант ярҙамы яҡынса 210 миллион һум тәшкил итә. Быйыл бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һанын 130 меңгә тиклем арттырыу бурысын ҡуябыҙ, – тине Андрей Назаров.

– Эшҡыуарҙар улар өсөн булдырылған мөмкинлектәр менән әүҙем файҙалана. Әйтәйек, Башҡортостандың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы 2022 йылда дөйөм 1,58 миллиард һумдан ашыулыҡ 195 яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған, 69,9 миллион һумға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары менән 29 лизинг килешеүе төҙөлгән. Бәләкәй бизнес микрокредит компанияһының 588,5 миллион һумға льготалы займдары менән 384 алыусы файҙаланған. Төбәк лизинг компанияһы 52 алыусыға 514,1 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтте, – тине Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

 

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/20596/

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас