Эшҡыуар
11 Апрель 2023, 12:31

Иҫ китерлек “Ике И”!

Иретеп йәбештереп әйберҙәр эшләй.

Айрат НурмөхәмәтовАйрат Нурмөхәмәтов
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов

Эшҡыуар Ирек Ғиндуллиндың “Ике И” магазины атамаһы яңғырашы буйынса барыбыҙға яҡшы таныш “Икеа”ны хәтерләтә. Тик унда йорт йыһаздары түгел, ә мунса, ихата өсөн кәрәк-яраҡ эксклюзив әйберҙәр һатыла. Барыһы ла оҫта ҡулынан, күңел түренән үтеп, магазин кәштәләрендә урын алған.

Борай егете эште сүкеп яһала һәм иретеп йәбештерелә торған әйберҙәр етештереүҙән башлай. “Мунса өсөн һыу багы, торба яһарға өйрәнгәндән һуң, тутыҡмай торған тимерҙән ҡуҙ мейесе – “торпедо”, мангал, шашлыҡ бешереү өсөн ҡулайламалар эшләй башланым. Магазиндар йыш заказ бирә. Йәй етеү менән һатыу йәнләнә, ә ҡышын запас әҙерләйем. Өфөгә, Пермь өлкәһенә, Татарстанға сығып, ҡалай һатып алам, ҡырҡыу, иретеп йәбештереү ҡорамалдары һәм башҡа кәрәкле ҡоралдар йыям. Йортом эргәһендә цехым бар, гараж биләмәһен дә уға ҡушып, киңәйтергә тура килде. Санкт-Петербург, Һамар эшҡыуарҙары менән хеҙмәттәшлек итеп, уларҙан ҡара металл алам. Хәҙер ул йәһәттән эш еңеләйҙе, тауарҙы йортоңа уҡ килтереп бирәләр”, – ти Ирек Фәрит улы.

– Иректең магазинында мунса ташына тиклем бар, унда инһәң, һис сыҡҡы килмәй, тигән ауылдаштарың хаҡлылыр, ахыры. Ә бына алтаҡталағы “Ике И” бер аҙ аптыратты, беҙҙең илдән китергә мәжбүр булған “Икеа” сауҙа компанияһын һағынып, иҫкә төшөрөргә булдығыҙмы әллә? – тием.

– Ашыҡҡанға күрә шулай килеп сыҡты. Вывесканы йәһәт эшләргә кәрәк, ә исем уйланылмаған. Улымдың да исеме “И” хәрефенә башлана, минеке лә. Оҙаҡ уйлап баш ватып торманыҡ, Илдар менән Ирек исемдәренән магазинды “Ике И” тип атаныҡ. Хәҙер үҙебеҙ ҙә өйрәндек инде, – ти эшҡыуар.

Хәрби егеттәр өсөн йәһәт кенә мунса әҙерләп ебәргәндәрен ишетеп, был яҡшы идеяның кемдеке икәнлеген ҡыҙыҡһынам.

– Алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙ менән бәйләнеште өҙгәнебеҙ юҡ. Уларға тәү сиратта беҙҙән ниндәй ярҙам кәрәклеген асыҡлап торабыҙ. Ҡышын “буржуйка”лар, мейес һәм бактар кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Автомунсаны хәрбиҙәрҙең һорауы буйынса тиҙерәк эшләп оҙатырға тырыштыҡ. Һеҙ был хаҡта Айҙар менән һөйләшегеҙ инде, бөтә ойоштороу мәшәҡәттәрен ул үҙ өҫтөнә алды, рәхмәт уға (Айҙар Рәзиф улы Ғарипов – Борай районында тыуып үҫкән егет, эшҡыуар). “Һә” тигәнсә будкалы “Газ-66” вездеходы табылды. Был хаҡта белеп ҡалыу менән райондың 42 эшҡыуары 400 мең һум аҡса йыйҙы. Бер кем дә “аҡса юҡ” тип “ыңғырашманы”, бер кемде лә өгөтләргә тура килмәне. Тәгәрмәсле мунса эсе йылы булһын өсөн ағас таҡталар менән көпләнде, бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителде, машинаның тышҡы яғы “хаки” төҫөнә буялды. Будкаға утынына, миндегенә, запас частарға, тәгәрмәсенә тиклем барыһы тейәлде. Мунса бик уңайлы, тышҡы яҡтан яғыла. Иң мөһиме – ул яҡташтарыбыҙға барып еткән! – булды яуап.

Тик бына тимерсе, ҡалайсы, иретеп йәбештереүсе, сүкеп әйберҙәр яһаусы кеүек һөнәр эйәләренә ихтыяж артҡанын билдәләп, ярҙамсыларҙы ҡайҙан табыуҙары тураһында ҡыҙыҡһыныу әңгәмәсемдең йөҙөнә борсоу һалды.

– “Ауыртҡан” ергә баҫтығыҙ бит әле... Бөгөндән иретеп йәбештереүсе кәрәк, уҡытабыҙ, өйрәтәбеҙ, аҡсаһын түләйбеҙ, тиһәк тә, эшләргә атлығып тороусылар күренмәй. Бәлки, ылыҡтыра белмәйбеҙҙер. Ә бит тауарҙар үтемле, балыҡ ыҫлау, шашлыҡ өсөн мангал-шампурҙар, мунса мейестәре кеүек әйберҙәргә һорау һәр саҡ бар, – тине ул.

Шулай ҙа йүнселдең һөнәрен дауам итеүселәр тураһындағы һорауға яуабы киләсәккә өмөт уятып ҡуйҙы.

– Ғаиләбеҙҙе күҙ уңында тотаһығыҙмы? Улым әлегә Өфө нефть техник университетының робот техникаһы факультетында белем ала, ҡыҙым да ошо уҡ уҡыу йортонда уҡый. Аталарының үҙ һөнәрен яратып, мауығып башҡарыуын бәләкәйҙән күреп, аңлап үҫтеләр. Кәрәк саҡта ярҙам итергә әҙерҙәр. Уларҙың үҙ йүнәлештәрендә профессиональ үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ. Ҡатыным Рита Наил ҡыҙы – минең алмаштырғыһыҙ “уң ҡулым”, һатыуҙа ла, йортта ла эшләргә өлгөрә. Ә ижади ҡарашлы һөнәрмәндәргә, ҡул оҫталарына ауыл ерендә ҡытлыҡ булмаҫ, тип өмөтләнәм, – ти Ирек Фәрит улы.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас