Эшҡыуар
20 Апрель 2023, 16:10

Туристарға уңайлы булһын өсөн

11 майға тиклем төбәктәр модулле ҡунаҡханалар төҙөү программаһында ҡатнашыуға ғариза бирә ала.

Туристарға уңайлы булһын өсөнТуристарға уңайлы булһын өсөн
Туристарға уңайлы булһын өсөн

Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡушыуы буйынса Иҡтисади үҫеш министрлығы модулле ҡунаҡханалар төҙөлөшөнә ярҙам тәртибен булдырҙы. Был сара заманса номерлы фондты үҫтереүгә йүнәлтелгән. Ул “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

20 апрелдә Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы Рәсәй субъекттарының конкурс һайлауын уҙғара. Был субъекттар биләмәһендә 2023-2024 йылдарҙа модулле отелдәр булдырыу буйынса инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу күҙаллана.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй субъекттарына федераль ҡаҙнанан субсидиялар бүленәсәк.

 - Республикабыҙ туристик яҡтан ҡыҙыҡлы булһын өсөн инфраструктура үҫешенә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Конкурста ҡатнашыу туристарға ял өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән инвестиция проекттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк. Был иһә Башҡортостанға киләсәктә тағы ла күберәк ҡунаҡтар йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Бөгөнгө көндә Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ғаризалар формалаштырыу буйынса эш алып бара, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас