

“Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр” тигән мәҡәл тап Айназ Мостафин хаҡында әйтелгән. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, тәүәккәл, тырыш. Ауылдаштары уны йәш эшҡыуар кеүек белһә, йәштәр араһында ул ҡыҙыҡлы видеолар төшөргән блогер булып танылған. Уҡыуынан тыш фотограф булып та эшләп өлгөрә. Өфө ҡалаһында төрлө ваҡиғалар үткән урындарҙа уны фотоаппарат менән йыш күрергә була. Рим Хәсәновтың юбилей концертын, “Байыҡ” республика башҡорт бейеүе телевизион конкурсының гала-концертын һәм башҡа бик күп сараларҙы төшөрә ул. Бынан тыш, уны туйҙар һәм юбилейҙарҙа фотограф итеп саҡыралар.
– Үҙең менән таныштырып үт әле?
– Мин Айназ Фәруҡ улы Мостафин, 19 йәш. Йылайыр районының Юлдыбай ауылында тыуып үҫтем. Ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгәнмен. Барыһы өс балабыҙ – Айрат ағайым һәм Азат ҡустым бар. Атайым Фәруҡ, ә әсәйем Фәнирә, икеһе лә шөғөлө буйынса музыканттар. Әле әсәйем мәктәптә уҡытыусы булып эшләй, ә атайым шәхси хужалыҡ алып бара. Егерменән ашыу баш мал тотабыҙ.
– Интернет аша ҡарап беләбеҙ, һин тауыҡтар үрсетеп, йомортҡа һата торғайның. Әле уҡып йөрөгәс, ул эш менән булышмайһың шикелле. Уларҙы үрсетеү идеяһы нисек килеп сыҡты?
– Идея атайҙан сыҡты, ә мин инде тормошҡа ашырҙым. 2018 йылда 15 бөртөк тауыҡ һатып алып, эште бәләкәйҙән башланым. Башта күрше-тирәгә, ҡартәсәйҙең магазинына һата инем. 2019 йылда 100 тауыҡ себеше алдым, уларға өҫтәп, 50 әтәс бүләк итеп бирҙеләр. Миндә 160 тирәһе әтәс-тауыҡ булып китте, һәм уларға йәшәргә урын кәрәк ине. Ҡыш көнө үҙ ҡулым менән һәм үҙ аҡсама кәртәгә төкәтмә итеп урын эшләнем.
Йәйгеһен 180 тауыҡ себеше алдым. Шулай итеп, миндә 300-гә яҡын тауыҡ булып китте. Ул ваҡытҡа ҡарай күп кеше минең был шөғөлөмдө белә ине, шуға йомортҡа һатыуы ҡыйын булманы. Көнөнә кәмендә 100 дана һалып тора торғайнылар.
Уҡыуға киткәндә күп тауыҡтарҙы һаттым, күпмеһендер әсәйҙәргә ҡалдырҙым. Тауыҡтар менән булышҡан саҡта улар тураһында күп нәмә белдем: нисә айҙан йомортҡа һала башлайҙар, нисек ашатырға һәм йомортҡаны күберәк һалһындар өсөн ниндәй шарттар кәрәк. Тауыҡ себеше йомортҡанан сыҡмаҫ борон йомортҡа эсендә әтәсме, әллә тауыҡмы икәнен дә белә алам.
– Фото төшөрөү менән ҡыҙыҡһыныу ҡасан башланды?
– Фотография һәм видео төшөрөүгә ҡыҙыҡһыныу бала саҡтан килә. Атайым да йәш сағында фото төшөрөү менән булышҡан, мин бәләкәйҙән алып уның аппараттарын күреп үҫтем. 2014 йылда атай ярым профессиональ фотоаппарат алғайны. Ошонда инде мин фото төшөрөүҙең төп серҙәрен өйрәндем. Ҡулыма ниндәй генә телефон эләкмәһен, шунда уҡ камераһын асып ҡарайым.
Ауылда булғанда мәктәптең һәм клубтың төрлө сараларын төшөрә инем. Ауыл тураһында ла эштәрем бар. 2018 йылда иң беренсе туйҙа төшөрҙөм. 2021 йылда квадракоптер һәм профессиональ фотоаппарат һатып алдым. Ә инде 2022 йылдан профессиональ кимәлдә туйҙар, юбилейҙар, концерттар һәм шәхси фотосессиялар төшөрәм. Әлеге мәлдә "Салауат Юлаев" хоккей командаһында оператор булып эшләйем һәм Өфө фән һәм технологиялар университетында "StudBit" йәштәр медиаүҙәгендә фотограф, оператор һәм монтажер булып йөрөйөм.
– Ниндәй һөнәрҙе үҙләштерәһең, үҙеңә оҡшаймы?
– Юлдыбайҙа XI класты тамамлап, Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырып, Өфөләге Башҡорт дәүләт университетының математика һам информация технологиялары факультетына уҡырға индем. Әле II курс студентымын. Математика башланғыс кластарҙан алып еңел бирелә ине миңә, шуға уҡыуы бик ауыр түгел.
– Фотограф һөнәрен дауам итергә уй бармы?
– Математикаға уҡып йөрөһәм дә, күңелем минең күберәк ижад яғына ята. Шуға күрә был эшемде ташларға уйламайым.
– Нисек һәйбәт фотоаппарат һайларға?
– Фотоаппараттар хәҙерге ваҡытта бик арзан тормай, шуға күрә аҡсаға ҡарап һайларға кәрәк. Иң беренсе белгән кеше менән кәңәшләшер кәрәк. Һуңынан төрлө фотоаппараттарҙың техник яғын ҡарап, үҙеңә тап килгәнен һайларға була. Фотографтарҙа бер әйтем бар: "Вкус борща не зависит от размера и цены кастрюли". Шуға күрә ниндәй генә фотоаппарат булмаһын, иң мөһиме үҙеңдең креатив һәм ижади һәләтең булһын.
– Уңышлы фото үҙенән-үҙе килеп сығамы? Тәжрибә кәрәкме?
– Уңышлы фотоһүрәт эшләр өсөн тәжрибә һәм төп белем барыбер кәрәк. "Өсөнсөләр ҡағиҙәһе", "алтын киҫелеш", "симметрия", "фотографияла геометрия" ошо һәм башҡа ҡағиҙәләрҙе үтәһәң, рәсем матурыраҡ килеп сыға, ә уларҙы тиҙ арала күреү өсөн тәжрибә кәрәк. Башта уңышлы фотолар аҙ буласаҡ, ә ваҡыт үтеү менән күбәйәсәк.
– Һин машина ла һатып алғанһың икән...
– 19 йәшлек ябай студент булыуыма ҡарамаҫтан, иң беренсе машинам – сит ил маркаһы Renault Sandero. Был автомобилгә мин йәйгеһен туйҙарҙы һәм юбилейҙарҙы фотоға төшөрөп аҡса йыйҙым. Тағы юғары стипендия ала инем, үҙемдең быҙауымды һатып ебәрҙем. Атайым, әсәйем һәм ағайым ярҙам иттеләр.
– Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн рәхмәт! Киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын.
Рүзилә ИҪӘНБАЕВА