Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
4 Июль 2023, 16:26

Аҡса эшләү юлдары киң

Ошондай фекерҙә уңған ғаилә.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Баҡалы районының Мостафа ауылы  эшҡыуарҙары Лилиә менән Фәүзән Әһлетдиновтарҙы тормош ауырлыҡтары ҡурҡытмай. Йәш кенә булһалар ҙа, улар үҙ эшен асҡан. Ғаилә башлығы – ауыл хужалығы белгесе, тәүге осорҙа малсылыҡта тәжрибә туплай, аҙаҡ үҙенең эшен дә ойошторорға батырсылыҡ итә. Атаһының ветеринар-табип булыуы ла ошондай ҡарарға килергә булышлыҡ итмәй ҡалмағандыр. Был эшкә улар яйлап килә. Тәүҙә шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында мал аҫрап, һөт ризыҡтары етештерәләр. Аҙаҡ был йүнәлештәге эштәрен киңәйтәләр. Һөткә ҡарағанда, ҡаймаҡ, эремсек, ҡатыҡ кеүек ризыҡтар етештереү күпкә отошлораҡ, тигән фекерҙә улар, шуға ла ошо йүнәлеште һайлайҙар. 

Хөкүмәт ярҙамынан да уңышлы файҙалана  Әһлетдиновтар. Грант аҡсаһына тоҡомло һыйырҙар алғандар. Техниканы ла хәстәрләгәндәр, яңы “Беларусь” тракторы, сапҡыс һымаҡ ҡулайламалар килтергәндәр.

Бөгөн хужалыҡта ҡара-сыбар тоҡомло 40-лап һыйыр бар. Улар өсөн ферма һатып алып, ремонт яһағандар. Һыу үткәреп, һөт үткәргестәр һуҙып, һөт һыуытҡыс менән йыһазландырып, һауыу цехын булдырғандар. Бөгөн унда эш тулыһынса автоматлаштырылған.

Һөт ризыҡтарын етештереү өсөн бәләкәй цех ҡулайлаштырылған. Күптән түгел сыр етештереү яйға һалынған. Был йәһәттән Лилиә үҙе лә туҡтауһыҙ яңылыҡҡа ынтыла, белемен камиллаштыра. Тәүҙә  Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған, аҙаҡ йомшаҡ сыр, әсе һөт ризыҡтары етештереү буйынса технолог һөнәрен үҙләштерә. Ике йыл дауамында уҡып, ул әлеге һөнәр нескәлектәрен өйрәнә. Ошо уҡ уҡыу йортонда Фермер мәктәбен тамамларға ла өлгөрә.

Әһлетдиновтарҙың продукцияһы ситтә генә түгел, үҙҙәренең ауылында ла һорау менән файҙалана, шуға күрә ике йыл элек Мостафала магазин асҡандар.

Бер туҡтауһыҙ эҙләнгәнгә, яңылыҡҡа ынтылғанға  ла эштәре ырай уңған ғаиләнең. Төп эштәре араһында бройлер тауыҡтары үҫтереп һатырға ла өлгөрәләр. Һөт булғас, себештәрҙе үҫтереү өсөн ҡулайлы, ти улар.

– Хәҙер үҙ эшеңде асып, нимәлер етештереү өсөн мөмкинлектәр киң. Ауыл хужалығы – ошо йүнәлештәрҙең береһе генә. Әлбиттә, еңел түгел, шуға дөрөҫ итеп эшеңде ойоштороу мөһим, – ти йәш ғаилә.

Әйткәндәй, Әһлетдиновтарҙа эшҡыуарлыҡ нәҫелдән, тиергә мөмкин. Фәүзән Фәүзил улының ике ҡустыһы ла ауылда эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас: