Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
27 Июль 2023, 23:00

Ун йыллыҡ эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды

Башҡортостандың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы ун йыллығын билдәләй.

Ун йыллыҡ эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды
Ун йыллыҡ эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды

Башҡортостандың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы ун йыллығын билдәләй. Ошо айҡанлы баш ҡалабыҙҙағы Sheraton Рlaza Ufa Congress Hotel майҙанында конференция үтте.

Сара барышында агентлыҡ эшенә йомғаҡ яһалды, эшҡыуарлыҡты үҫтереү юлдары тикшерелде, партнерҙар менән артабан хеҙмәттәшлек итеү юлдары билдәләнде.

Конференция эшендә Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ" корпорацияһы, Башҡортостан Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы вәкилдәре, бизнес-шәрифтәр, бизнес-берекмәләр, бизнесҡа ярҙам инфраструктураларын ойоштороу һәм кредит ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.

"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса агентлыҡ Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы аша Башҡортостандың "Минең бизнес" үҙәге "Эшҡыуар әлифбаһы", "Эшҡыуарлыҡ мәктәбе" һәм башҡа уҡытыу саралары үткәрә. Ағымдағы йылда агентлыҡ "Эшлекле Рәсәй", "Рәсәй терәге" федераль бизнес-берләшмәләренең төбәк бүлексәләре, "Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы" менән хеҙмәттәшлектең яңы кимәленә сыҡты.

Сара барышында Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ буйынса агентлығы менән "Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр Советы" ассоциацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Эш мәғлүмәт менән алмашыу, шулай уҡ берлектәге саралар - уҡытыу программалары, семинарҙар, эшҡыуарлыҡ буйынса консультациялар аша алып барыласаҡ.

Шулай уҡ эшҡыуар һәм "Lady007" бизнес-акселераторы еңеүсеһе Юлиә Вәлиулина менән көршәк яһау урыны булдырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Уға оҫтахана өсөн бушлай ҡорамалдар тапшырҙылар.

Сығанаҡ: biznestur.bashkortostan.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: