Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
1 Август 2023, 22:45

Инвестиция эшмәкәрлеген баһалау өсөн

Эшҡыуарҙарҙың фекерен белеү мөһим.

Инвестиция эшмәкәрлеген баһалау өсөн
Инвестиция эшмәкәрлеген баһалау өсөн

Башҡортостан эшҡыуарҙарын инвестмөхит торошо тураһында һорау алыуҙа ҡатнашыуға саҡыралар. 1 августта, барлыҡ илдәге һымаҡ Башҡортостанда ла инвесторҙар араһында күләмле социологик тикшереү старт алды. Был сара Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы ҡушыуы буйынса уҙғарыла. Һәм ул 11 августҡа тиклем дауам итәсәк.

 Ҙур, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә төбәктә ниндәй ҡатмарлыҡтар менән осрашыуҙары тураһында һөйләргә тәҡдим итәләр, проблеманы хәл итеүҙең варианттарын көтәләр.

 Был һорау алыу тулыһынса аноним. Уны төбәктә һәм тотош илдә инвестиция эшмәкәрлеген баһалау өсөн уҙғаралар.

Фото: Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.

   

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: