Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
29 Август 2023, 10:52

Эшен түгел, үҙен тапҡан…

Хеҙмәттән ҡәнәғәт.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, бөгөн күптәр дәүләт хеҙмәтендә генә сикләнеп ҡалмай. Айырыуса ҡатын-ҡыҙ әүҙемлек күрһәтә. Интернеттағы социаль селтәр аша берәүҙәр ҡорот-эремсек һата, икенселәр бәйләп-теккәнен тәҡдим итә, өсөнсөләр бешергәнен һатыуға сығара. Һәр кем үҙ һәләтендә аҡса эшләй. Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынан үҙмәшғүл Гүзәлиә Ураҙбаева ла ана шундай уңғандарҙан.

Гүзәлиә сығышы менән Баймаҡ районының Таулыҡай ауылынан. Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡый, филолог һөнәрен ала. Декрет ялына тиклем Сибай ҡалаһындағы коррекцион мәктәптә эшләй. Әле дүртенсе ҡыҙы менән өйҙә ултыра. Ултыра тиһәм, дөрөҫ үк булмаҫ. Йүгереп йөрөй ул, һәр ергә өлгөрә.

 Ире менән мал да тоталар. Мал булған ерҙә эш тә күп. Баҡса ла үҫтерәләр, унда йәшелсә, емеш-еләк ултыртыу өсөн бик күп көс һалырға тура килә, аҙаҡ уңышты эш итеү өсөн дә бик ҙур тырышлыҡ кәрәк. Ауыл ҡатын-ҡыҙының эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк булмаһа ла, Гүзәлиә бәләкәйҙән яратҡан шөғөлөнә ваҡыт таба.

– Бәләкәйҙән бешеренергә яратам. Хәҙер нисектер, ә бына беҙ мәктәптә уҡыған саҡта хеҙмәт дәрестәре бик күңелле үтә ине. Малайҙарҙы ла, ҡыҙҙарҙы ла эшкә өйрәттеләр, ҡул эшенә йәлеп иттеләр. Беҙгә, ҡыҙҙарға, Сәүиә Ғилметдин ҡыҙы бешеренеү серҙәрен асты. Уның дәрестәрен ашҡынып көтөп ала инем. Шунда, бәлки, тәүге торттарҙы әҙерләргә өйрәнгәнмендер. Тыуған көндәр, байрамдар етһә, өйҙә ябай ғына баллы торт, бисквиттар бешереү ғәҙәтемә инде. Интернетта социаль селтәрҙәр әүҙемләшеп киткәс, мин дә битләүемә һәр төрлө рецепт өлгөләре ҡуйып барҙым. Ә йыл ярым элек Илүзә Ҡоловаға оҫталыҡ дәресенә яҙылып, ике программа буйынса дәрес алдым һәм, торт бешереп, һатыуға ҡуйҙым. Социаль селтәрҙә дуҫтарым байтаҡ ине, улар клиенттарыма әүерелде. Шулай итеп, бер йыл элек кондитер булып киттем, – ти Гүзәлиә.

– Бәләкәй ҡыҙыңа ике генә йәш. Ул айырым иғтибар талап итә. Йорт эше лә байтаҡ. Иреңә лә, ҡыҙҙарыңа ла ашарға өлгөртөргә кәрәк. Һин заказдарыңа нисек ваҡыт табаһың? Ирең һуҡранмаймы? – тием

– Тәүҙә иремә оҡшамай ине, әлбиттә – сөнки барыһы бер аш бүлмәһендә барҙы. Ҡамырҙарым ята, кремдар әҙерләнә. Ҡайһы саҡ төшкө, киске ашты мәленә өлгөртөп булмай. Урамыбыҙҙа бер бәләкәй буш өй тора ине. Бына ай самаһы элек шуны матурлап, кондитер студияһы итеп эшләп алдыҡ. Хәҙер ғаиләмдең аш бүлмәһе өйҙә, эш ерем айырым. Рәхәт булып ҡалды. Ирем дә ҡәнәғәт. Эшемде күрә, хуплай. Әсәйем ныҡ ярҙам итә. Мин бешергән, видеояҙмалар эшләгән саҡта ул балаларымды ҡарай.

Эйе, бөгөн торт әҙерләүселәр бихисап. Гүзәлиә уларҙан айырылып тороу өсөн көн дә камил­лашырға, үҫешергә ынтыла, яңы рецепт бешереү алымдарын уйлап сығара, биҙәлешен матурлай. Оҫтабикә үҙе дин юлында булғас, бешергән тәмлекәстәрендә хәләл ингредиенттар ғына ҡуллана. Был да үҙенә күрә ҙур өҫтөнлөк.

– Конкурентлыҡтан ҡурҡырға ярамай. Һәр кемдең үҙ клиенты. Ваҡытымды көйләп, өлгөргән тиклем генә заказдар алам. Бынан тыш, февраль айынан оҫталыҡ дәрестәре үткәрәм. Ошо арауыҡта ғына 600-700 ҡатын-ҡыҙ минән дәрес алды. Күптәре, тиҙ арала үҙ клиенттарын табып, оҫталыҡ дәресенә киткән сығымдарын ҡаплап та ҡуйҙы, – ти башҡорт кондитеры.

Әйтеүенсә, үҙ-үҙен тапҡан, хәҙмәтенән ҡәнәғәт булған ҡатын үтә лә бәхетле. Ә бындай хужабикә булған йортта һәр саҡ йәм, һиллек, һөйөү тантана итә. Гүзәлиәгә әлеге халәте оҡшай.

Афарин, тибеҙ! Үҙ эшеңде генә түгел, үҙеңде тапҡанһың, Гүзәлиә! Артабан да бәхетле ҡатын, хәстәрлекле әсә булып йәшәргә яҙһын!


Резеда УСМАНОВА

Читайте нас: