Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
29 Август 2023, 10:21

Тормош мәғәнәһенә әйләнгән

Милли кәсеп менән донъя көтә.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауылында ҡортсолоҡ менән борондан шөғөлләнәләр. Эшҡыуар Илдус Кинйәбаев та ата-бабаларыбыҙҙың кәсебен дауам итә.

 Илдус Мөстәҡим улы 1964 йылда ошо ауылда тыуған. Ауылда урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия университетына уҡырға инә. Йәш белгес, башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусыһы дипломын ҡулына алғас, хеҙмәт юлын 1986 йылда мәктәп директорының уҡыу-уҡытыу эше буйынса урынбаҫары булып башлай. Һуңынан уны директор итеп тәғәйенләйҙәр, уҡытыусы була.

– 18 йыл эшләгәс, үҙем уҡытҡан балаларҙың эшһеҙ интегеп йөрөгәнен күреп, уларға хеҙмәт урыны булһын тип, мәктәптән киттем. 2004 йылда эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башланым: магазин астым һәм крәҫтиән (фермер) хужалығы ойошторҙом. 106 гектар ер эшкәрттем –  төрлө ауыл хужалығы культураларын сәстем, мал тоттом. Ике кешегә эш урыны булдырҙым, – тип үҙенең һикәлтәле тормош юлы менән таныштырҙы Илдус Кинйәбаев.

Һикәлтәле, тим, сөнки Илдус Мөстәҡим улының да тормошо ул теләгәнсә шыма ғына бармай. Көтмәгәндә крәҫтиән (фермер) хужалығын, магазинын ҡалдырып, тормош һынауҙары шауҡымында Стәрлетамаҡ ҡалаһына сығып китә һәм унда төҙөлөш фирмаһына етәкселек итә. 

– Төҙөлөштә 11 йыл эшләгәндән һуң, 40 йыл дауамында яратҡан шөғөлөмә – ҡортсолоҡҡа ныҡлап тотондом һәм ул тормош мәғәнәһенә әйләнде. Әле лә Стәрлетамаҡта йәшәйем, – тине ул.

Тәжрибәле умартасынан әле ошо тармаҡты борсоған мәсьәләләр хаҡында ла ҡыҙыҡһындым.

– Бөгөн беҙҙең умартасыларҙы ҡорттарҙың күпләп үлеүе борсой. Элек баҫыуҙарҙы эшкәртеү өсөн ҡулланылған химик ашламалар был хәтлем тәьҫир итмәй ине. 2019 йылдан ошо мәсьәлә тыуҙы. Ҡорттар ярамаған 1-се, 2-се категориялағы хәүеф класына ҡараған химик ашламалар ҡулланыуҙан һәләк була. Был беренсе мәсьәлә булһа, икенсеһе – күсмә умартасыларҙың үҙҙәрен мәҙәни яҡтан түбән тотоуы, йәғни бесәнлектәрҙе тапайҙар, ҡыйлайҙар. Мәҫәлән, ошо урынды ҡуртымға алғанмын, ә улар минең ергә рөхсәтһеҙ килеп ултыра, шуға ла үҙебеҙҙең башҡорт балы бындай шарттарҙа үрсей алмай, сөнки был ерҙә төрлө тоҡомло ҡорттар күп урынлашҡан. Башҡорт ҡортон урман яғында ғына һаҡлап ҡалырға мөмкин. Тоҡомсолоҡ менән дә шөғөлләнәм, “Алтын солоҡ” ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек итәм, – тине Илдус Кинйәбаев.

Умартасы әйтеүенсә, борондан килгән ырым буйынса умарталарҙы ла һанарға ярамай. “Һеҙҙең бынан башҡа килем сығанағығыҙ бармы?” тип һорамайынса ла булдыра алманым, сөнки ғаиләне лә ҡарарға кәрәк бит. “Юҡ, тик ошо шөғөл менән генә йәшәйем”, – тине ул. Уйлай китһәң, ата-бабаларыбыҙ ҙа борон малсылыҡ һәм ҡортсолоҡ иҫәбенә донъя көткән бит. Әле лә ошо шөғөл яҡшы табыш килтерә, тимәк.

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: