Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
26 Сентябрь 2023, 17:00

Светлананың кейемдәре танылыу яулар әле

Ағиҙелдең тегенсе ҡыҙҙарына уңыштар теләйбеҙ! 

Светлананың кейемдәре танылыу яулар әле
Светлананың кейемдәре танылыу яулар әле

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙ етәкселеге тарафынан Ағиҙел ҡалаһында яңы эш урындары булдырыу, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү йәһәтенән маҡсатлы эш алып барыла, ошо йүнәлештә ярайһы уҡ суммала финанс ярҙам бүленә. Ҡала кешеләре араһында, әлеге мөмкинлектән файҙаланып, үҙ эшен асыусыларҙың, эшҡыуарлыҡта ҡыйыу аҙым яһаусыларҙың булыуын белеп ҡыуандыҡ. Тимәк, тырышлыҡ бушҡа түгел.

“ЭСЕА” тегеү цехының хужабикәһе Светлана Сидрова ла – шундай тәүәккәл заттарҙың береһе. Ул башта тиҫтә йылға яҡын штукатур-биҙәүсе булып эшләй, 2013 йылдан эшҡыуарлыҡҡа тотона. Тәүҙә балалар кейеме һата, унан инде яйлап үҙе тегә башлай.

Бөгөн “ЭСЕА”ны үҙенә күрә бренд тип әйтергә мөмкин. Бында етештерелгән кейем өлгөләре менән “Бәйләнештә” сайтында https://vk.com/esea2222 төркөмөндә танышырға мөмкин. Зауыҡлы һәм заманса итеп тегелгән свитшоптар, худиҙар, спорт костюмдары, футболкалар, салбарҙар, күлдәктәр күптәрҙең күңеленә хуш килә. Бындай стилдәге кейемде айырыуса йәштәр ярата.

Светлана Александровна социаль килешеү буйынса бизнес планы төҙөй һәм республика Хөкүмәтенән 350 мең һум күләмдә бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә тәғәйенләнгән субсидия алыуға өлгәшә. Был аҡсаға сигеү, төймә тегеү һәм башҡа тәғәйенләнештәге кәрәкле ҡорамалдар һатып ала. Шуны ла әйтергә кәрәк: Светлана тик тәбиғи туҡымаларға ғына өҫтөнлөк бирә. Шуға күрә “ЭСЕА” тәҡдим иткән кейемдәр етен, кизе мамыҡ, киндер, кесерткәндән етештерелгән туҡымаларҙан тегелә.  

Бөгөн тегеү цехында өс кеше эшләй. Светлана, етәкселек һәм ойоштороу эштәренән тыш, бесеүсе бурысын да башҡара. Тегенсе ҡыҙҙар Гөлшат Исхаҡова менән Рүзилә Әхмәтова һәр заказдың сифатлы, матур булыуын беренсе урынға ҡуя. Рүзилә быға тиклем Нефтекама ҡалаһындағы “Искож” предприятиеһында эшләп, тәжрибә туплаған. Ә Гөлшат – һәүәҫкәр тегенсе. “Мәктәптә уҡығанда технология дәресендә тегеү ныҡ оҡшай торғайны. Артабан үҙ алдыма өйҙә тектем. Һөнәрем буйынса иҡтисад белгесемен. Быйыл июль айында, тормошомдо ҡырҡа үҙгәртеп, ошо цехҡа эшкә килдем. Һис тә үкенмәйем, сөнки, ниһайәт, яратҡан эшем менән шөғөлләнәм”, - ти Гөлшат.

“ЭСЕА” цехы ҡыҙҙары бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, яңы маҡсаттар билдәләп, алға ҙур пландар ҡороп эшләй. Бизнесты алып барыуҙа Светлананың тормош иптәше Эдуард менән ҡыҙҙҙары Александра ла ҙур ярҙамсы. Әйткәндәй, Александра Ҡазанда туҡымалар буйынса технолог һөнәренә уҡый. “Ул әле үк миңә һәр йәһәттән кәңәшсе, айырыуса логистика өлкәһен яҡшы белеүе ныҡ ярҙам итә”, - ти Светлана.

Ағиҙелдең тегенсе ҡыҙҙарына уңыштар теләйбеҙ. Киләсәктә Светлана Сидрованың “ЭСЕА” бренды аҫтында тегелгән уңайлы, сифатлы һәм зауыҡлы кейемдәре тағы ла ҙурыраҡ баҙарҙарҙы яулаһын, киңерәк танылыу алһын!

Автор фотолары.

Светлананың кейемдәре танылыу яулар әле
Светлананың кейемдәре танылыу яулар әле
Светлананың кейемдәре танылыу яулар әле
Светлананың кейемдәре танылыу яулар әле
Светлананың кейемдәре танылыу яулар әле
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: