Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
10 Октябрь 2023, 17:15

Конкурста ҡатнашам тиһәң...

19 октябргә тиклем ғариза биреп өлгөр. 

Конкурста ҡатнашам тиһәң...
Конкурста ҡатнашам тиһәң...

23-25 ноябрҙә Өфөлә “Беҙҙең бренд” тип исемләнгән  7-се махсуслаштырылған күргәҙмә ойошторола. Ул  Башҡортостандың аҙыҡ-түлек индустрияһы тармағында төп сара булып тора.

Уның сиктәрендә “Беҙҙең бренд. Халыҡ танылыуы” тигән төбәктең аҙыҡ-түлек конкурсы ла үткәрелә. Проект агросәнәғәт өлкәһендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларын үҫтереүҙе, урындағы брендтар позицияһын нығытыуҙы, төбәк продукттарын киң ҡулланыу баҙарына сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Әле конкурста ҡатнашыу өсөн ауыл хужалығы етештереүселәренән ғаризалар ҡабул ителә башланы.

Былтыр конкурста республикабыҙҙың 24 муниципаль берекмәһенән 54 бренд, 123 етештереүсе ҡатнашҡан.

Ойоштороусылар етештереүселәрҙе, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәрен “Беҙҙең бренд. Халыҡ танылыуы” конкурсында ҡатнашырға саҡыра. Ғаризалар ҡабул итеү 19 октябргә тиклем бара.

“Беҙҙең бренд” конкурсы сайтынан. 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: