Социаль эшҡыуарҙар реестрына ингән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына Башҡортостан бюджетынан субсидия рәүешендә гранттар биреүгә конкурс һөҙөмтәләре асыҡланды. Һөҙөмтәлә 165 социаль предприятиелар гранттар алды, был 2022 йыл менән сағыштырғанда 12,2 процентҡа күберәк. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проектына ярашлы был маҡсатҡа 81,8 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк, был да үткән йылдағынан 14,6 процентҡа күберәк.
-Бөгөн Башҡортостанда 404 социаль предприятие теркәлгән. Уларҙың һаны артыуы ла шатландыра – йыл башынан 50 процентҡа артты. Социаль бизнесҡа дәүләт ярҙамы буйынса проект тормошҡа ашырылған өс йыл эсендә грантҡа конкурста бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың 428 субъекты еңеү яуланы, - тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.