Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
27 Октябрь 2023, 22:15

Андрей Назаров эшҡыуарлыҡ интенсивында ҡатнашты

Сараны "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" милли проекты сиктәрендә төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы үткәрҙе.

Андрей Назаров эшҡыуарлыҡ интенсивында ҡатнашты
Андрей Назаров эшҡыуарлыҡ интенсивында ҡатнашты

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Рәйесе сара тураһында социаль селтәрҙәрҙә түбәндәгене яҙған:

“Бөгөн  “Бизнес эшлә” эшҡыуарлыҡ интенсивында ҡатнаштым. Уның сиктәрендә эшҡыуарҙарҙың дәүләт власы органдары менән әңгәмә төҙөү, яңы эш башлаған бизнесмендарға ярҙам итеү, төбәккә инвестициялар йәлеп итеү, шәхси үҫеш һәм социаль яуаплылыҡ тураһында үҙ фекерем менән уртаҡлаштым.

Республикала бизнесҡа ярҙам итеү өсөн тотош саралар системаһы төҙөлгән, башҡа төбәктәргә ҡарағанда үҫеш һәм эш өсөн уңайлыраҡ шарттар булдырыла. Гранттарға һәм субсидияларға ғына өс миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Ике йыл эсендә 400-ҙән ашыу йәш эшҡыуар төрлө гранттар алды, был үҙ эшен отошло финанс позицияһынан башларға мөмкинлек бирә. Инвестицияларҙы яҡлау һәм дәртләндереү программаһы эшләй. Документтар һаны 18-ҙән 3-кә тиклем кәметелде. “30+30”формулаһы ярҙамында уларҙы ҡарау ваҡыты ҡыҫҡартылды.

Әммә был ни бары ҡоралдар ғына, күп нәмә эшҡыуарҙың үҙенән тора. Билдәле эшҡыуар һәм уйлап табыусы Томас Эдисон, төп проблема –   кешеләрҙең үҙҙәрендә, улар тиҙ бирешә, күп тапҡыр һынап ҡарарға кәрәк икәнен аңламай, тигән. Эшҡыуарҙың юлы ҡытыршы, ҡатмарлы, һәм уңышлы булыр өсөн характер һәм ныҡышмалылыҡ күрһәтергә тура киләсәк.

Хеҙмәт эшмәкәрлегемдә миңә эшҡыуар, төрлө кимәлдәге закон сығарыусы, федераль бизнес-берләшмә етәксеһе булырға тура килде, һәм бына инде дүрт йыл Башҡортостан хөкүмәтендә эшләйем, шуға күрә төрлө яҡтан билдәле һығымталар яһай һәм процестарҙы күрә алам.

Дәүләт хеҙмәтенә килгәнгә тиклем минән алда эшләгән кешеләрҙең ҡарарҙарын һәр ваҡыт ҡабул итмәнем. Әммә Далай-лама XIV: ”Кемделер хөкөм итер алдынан, уның аяҡ кейемен кейеп, уның юлын үт", – тип әйткән. Дәүләт хеҙмәткәре аяҡ кейемен кейгәс, мин теге йәки был указдың йәки норматив акттың нисек ҡабул ителеүен аңлай башланым. Эйе, ҡайһы берҙә эшҡыуарҙарға улар мәғәнәһеҙ булып күренеүе мөмкин, әммә хәлгә икенсе яҡтан ҡараһаң, билдәле бер ҡарарҙарҙың кәрәклеген аңлайһың.

Бөгөн был күнекмәләр уңайлы инвестиция мөхитен булдырыуҙа, бизнесҡа һәм дәүләт көйләү ҡоралдарына уңышлы ярҙам сараларын төҙөүҙә ярҙам итә. Бизнес һәм власть бер яҡта булырға һәм бер уртаҡ эш эшләргә – төбәгебеҙ иҡтисадын үҫтерергә тейеш, тип ышанам”.

Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Рәйесе был йүнәлештә донъя кимәлендәге Вуз-ара кампустың әһәмиәтен билдәләп үтте.

 

Фото Андрей Назаров сәхифәһенән алынды.


Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: