Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
13 Ноябрь 2023, 22:20

Йәштәр һәм социаль эшҡыуарҙар әүҙем

Рөстәм Афзалов хәбәр итеүенсә, быйыл гранттарҙың дөйөм суммаһы 209,4 миллион һум тәшкил иткән, шуның 205,2 миллион һумы – федераль бюджет аҡсаһы.

Йәштәр һәм социаль эшҡыуарҙар әүҙем
Йәштәр һәм социаль эшҡыуарҙар әүҙем

Башҡортостан икенсе йыл рәттән йәштәр һәм социаль эшҡыуарҙарға грант биреүгә бүленгән федераль аҡса күләме буйынса Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урынды яулай. Был турала бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә һүҙ барҙы.

Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов хәбәр итеүенсә, быйыл гранттарҙың дөйөм суммаһы 209,4 миллион һум тәшкил иткән, шуның 205,2 миллион һумы – федераль бюджет аҡсаһы.

– Ғаризаларҙы һайлау йомғаҡтары буйынса 165 социаль предприятие 81,8 миллион һумлыҡ грант алды. Йәш эшҡыуарҙарға 262 грант бирҙек, уның суммаһы 127,6 миллион һум, – тине министр.

Ярҙам күрһәтеүҙең мөһим шарты – ғариза биргәнгә тиклем бер йыл эсендә республика бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы йәки бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһының белем биреү курстарында уҡыу үтеү. 2023 йылда “Йәштәр эшҡыуарлығы” программаһы буйынса 350 ҡатнашыусы һәм “Социаль эшҡыуарлыҡҡа инеш” программаһы буйынса 287 кеше уҡыған.

Шулай уҡ министр әйтеүенсә, йыл башынан төбәктә социаль эшҡыуарҙар 50 процентҡа – 606 кешегә тиклем артҡан. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урында.

Радий Хәбиров министрлыҡҡа был юҫыҡта эште дауам итергә ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: