Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
14 Ғинуар , 14:35

Форсайт-сессия үтте

Улар киләсәктә лә дауам итәсәк.

Форсайт-сессия үтте
Форсайт-сессия үтте

Өфөлә “Киләсәк фабрикаһы” инновациялы эшҡыуарлыҡ йортонда, “Минең бизнесым” үҙәгендә, муниципаль берәмектәрҙә 12 ғинуарҙа “Яңы осор өсөн көслө идеялар” форумы сиктәрендә форсайт-сессиялар үтте.

Сарала 600-ләп кеше ҡатнашты, улар – республикабыҙ эшҡыуарҙары, шул иҫәптән эшлекле бизнес берекмәләре ағзалары, үҙмәшғүлдәр һәм әүҙем кешеләр.

- Форсайт-сессияның маҡсаты – “Иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ үҫеше” йүнәлеше буйынса идеяларҙы генерациялау. Әлеге көндә 2030 йылға тиклем Башҡортостанда үҫеш стратегияһы әҙерләнә һәм тәҡдим ителгән мөһим проекттар төбәктең һәм тотош илдең социаль-иҡтисади үҫешенә йоғонто яһаясаҡ, - тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

 - Һәр үткәрелгән сарала эшҡыуарҙар менән диалогтың мөһим булыуына инанам. Төбәктең бизнес берекмәләренең әүҙем булыуын билдәләр инем. Улар арҡаһында һәр эшҡыуар менән бәйләнешкә сығып була. Бөгөнгө форсайт-сессия ҡатнашыусыларға үҙ проекттарын булдырырға мөмкинлек бирҙе. Башҡортостан эшҡыуарҙары тәҡдим иткән проекттар федераль кимәлдә лә лайыҡлы урын алыр, - тине Башҡортостандың бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫеше һәм ярҙам итеү фонды генераль директоры Элиана Сәитова.

”Иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ үҫеше” йүнәлеше буйынса киләһе форсайт-сессия 19 ғинуарҙа Өфөлә үтәсәк.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: