Атап әйткәндә, кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарына һәм социаль йүнәлештә эшмәкәрлек алып барған коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү закон нигеҙендә нығытылған. Мәҫәлән, йыллыҡ дәүләт һатып алыуҙарының (закупки) 25 проценты мотлаҡ әлеге тармаҡтан булырға тейеш.
– Был тармаҡҡа ярҙам итеүҙә тотош бер система булдырылған, – тип белдерҙе БР конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова.
Башҡортостанда дәүләт һатып алыуҙа күрһәткес 100 процентҡа үтәлгән. Бында төрлө министрлыҡтарҙағы һатып алыуҙар, Саҡмағош, Нуриман райондарындағы, Межгорье ҡалаһындағы һатып алыуҙар инә.