Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
5 Март , 17:30

Бейергә яратыу эшҡыуарлыҡҡа килтергән

Өсөнсө курста хореограф булып эшләй башлай. Һуңыраҡ ҡыҙ "HAPPY KIDS" бейеү студияһын ойоштора.

Бейергә яратыу эшҡыуарлыҡҡа килтергән
Бейергә яратыу эшҡыуарлыҡҡа килтергән

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән Олеся Бирюкова бала саҡтан бейергә ярата. Дүрт йәшенән эстрада бейеүе менән шөғөлләнә, унда буласаҡ эшҡыуарҙы әсәһе алып килә.

Үҫеп, юридик факультетҡа уҡырға ингәс, Олеся Владимировна ғүмерен хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләүгә бағышларға уйлай, әммә бейеүгә ынтылыш көслөрәк булып сыға. Өсөнсө курста хореограф булып эшләй башлай. Һуңыраҡ ҡыҙ «HAPPY KIDS» бейеү студияһын ойоштора. Үҙ эшен асҡас, Олеся Бирюкова, ниһайәт, үҙенең хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләргә теләмәгәнен аңлай.

Әммә бында ла еңелдән булмай. Ковид пандемияһы бизнес башлауға кәртә ҡуя. Ул ваҡытҡа бейеү студияһы бер йыл эшләгән була. Клиенттар базаһы барлыҡҡа килгән, студияла күп бала шөғөлләнә, уларҙы нисектер тотоп ҡалырға кәрәк. Олесяға онлайн тәртиптә уҡытыу ярҙамға килә, һәм ошо арҡылы киткән клиенттар ҙа кире килә, хатта яңылары ла өҫтәлә.

Өс филиал асып ебәреү өсөн эшҡыуарға өҫтәмә аҡса кәрәк була. Стәрлетамаҡтағы "Минең бизнесым" үҙәгендә ҡыҙға микрокредитлау компанияһынан түбән процент менән кредит алырға ярҙам итәләр. Ул төҙөлөш материалдары, маттар, татами һәм станоктар һатып ала. Шулай итеп, филиалдар асыуға өлгәшә.

Олеся Бирюкова әйтеүенсә, әле студияла эштәр һәйбәт бара. Стәрлетамаҡта биш филиал бар, дәрестәргә 500-ҙән ашыу уҡыусы йөрөй. Заманса бейеүҙәрҙән тыш, балаларға классик бейеү, актерлыҡ оҫталығы, акробатика нигеҙҙәре бирелә. Уҡытыусыларҙың юғары кимәле һәм «HAPPY KIDS» студияһы тәрбиәләнеүселәренең тырышлығы арҡаһында балалар йыш ҡына ҡала, республика һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты була.

О. Бирюкованың алдағы көндәргә ниәте – социаль эшҡыуарҙар реестрына инеүгә документтар туплау, ә һуңынан – грант алыу.

Белешмә. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проектын (нацпроект “Малое и среднее предпринимательство”) тормошҡа ашырыу буйынса социаль эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү саралары тураһында мәғлүмәтте Башҡортостан Республикаһының «Минең бизнесым» үҙәге сайтында: https://cmbrb.ru/ ҡарарға йәки “ҡыҙыу бәйләнеш” аша 8 (347) 224-99-99 телефонына шылтыратып белешергә мөмкин.  

Сығанаҡ, фотолар: Радий Хәбировтың эшҡыуарҙар менән аралашыуы өсөн төркөм - vk.com/public210946946

Бейергә яратыу эшҡыуарлыҡҡа килтергән
Бейергә яратыу эшҡыуарлыҡҡа килтергән
Бейергә яратыу эшҡыуарлыҡҡа килтергән
Бейергә яратыу эшҡыуарлыҡҡа килтергән
Бейергә яратыу эшҡыуарлыҡҡа килтергән
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: