Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
13 Март , 22:20

Иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ үҫешенә арналды

Башҡортостанда “Ил өсөн көслө идеялар” форумына ярашлы эшҡыуарлыҡ өлкәһенә ҡағылышлы ете проект ҡаралды. 

Иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ үҫешенә арналды
Иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ үҫешенә арналды

Бөгөн, 13 мартта, Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Ил өсөн көслө идеялар” II төбәк йәмәғәт башланғыстары форумына ярашлы, “Иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ үҫеше" йүнәлеше буйынса сессия уҙҙы, уның барышында эшҡыуарлыҡ өлкәһенә ҡағылышлы ете проект ҡаралды. Эксперт комиссияһы составына власть органдары һәм эшҡыуарлыҡты яҡлау институттары вәкилдәре инде.

Сессияны Башҡортостан Республикаһы Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау фондының генераль директоры, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ҡарамағындағы Ижтимағи совет рәйесе Элина Сәйетова алып барҙы.

- Беҙҙең сессияның форматы төрлө башланғыстар авторҙарына үҙ проекттарын тәҡдим итергә, үҫеш йүнәлештәре эксперттары менән проектты киңәйтергә, дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлектәрен ҡарарға булышлыҡ итә. Әлеге сара йомғаҡтарына таянып, проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса “юл картаһы” эшләнәсәк, - тип билдәләне БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Алиса Ғибәҙуллина.

Ханты-Манси автономиялы округынан форум ҡунағы Елена Рожкова үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты һәм социаль франшизаны үҙтереү буйынса дәүләт программаһы проектын тәҡдим итте, ул инвалидтарҙы эшмәкәрлеген интеграциялауға йүнәлтелгән. Уның идеяһы илдә иң яҡшыларҙың береһе булды һәм форумдың топ-100 исемлегенә инде.

ӨДНТУ студенты Юнир Туҡтаназаров ҡулланыусыларға фермерҙар етештергән аҙыҡ-түлек илтеү онлайн-сервисы проектын тәҡдим итте. Уның идеяһы быйыл ил буйынса ТОП-1000 исемлегенә ингән.

Туймазы ҡалаһынан Ольга Сафонова («Йәш эшҡыуар мәктәбе») һәм Өфө ҡалаһынан Гүзәл Коваленко («Бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиелары субъекттарының һалым сығымдарын компенсациялау») проекттары ил буйынса иң яҡшылар рәтендә билдәләнгән.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: