Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
3 Апрель , 21:20

Эшҡыуарҙар өсөн тура эфир үтә

Ул 5 апрелдә, 11.00 сәғәттә башлана. 

Эшҡыуарҙар өсөн тура эфир үтә
Эшҡыуарҙар өсөн тура эфир үтә

Башҡортостандың Күп функциялы үҙәктәренең “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөндә эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр өсөн тура эфир үтәсәк. Унда алты йүнәлештәге власть органы һәм ведомстволар вәкилдәре ҡатнаша. Төп тема – бизнесты яҡлау буйынса әлеге ваҡытта ғәмәлдә булған дәүләт ярҙамы саралары.

- Күп функциялы үҙәктәрҙең социаль селтәрҙәгше төркөмдәрендә эшҡыуарҙар өсөн көнүҙәк темаларға тура эфирҙар даими ойошторола. Онлайн алым республиканың төрлө мөйөштәренән ошо тема менән ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе йәлеп итеү мөмкинлеген бирә, - тине БР Күп фунциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова.

Сарала БР Күп фунциялы үҙәге, Росреестр идаралығы, Үҫеш корпорацияһы хеҙмәткәрҙәре, Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил һәм төбәктә эшлекле әүҙемлек өсөн яуаплы тармаҡтар белгестәре ҡатнашасаҡ.

Тура эфир 5 апрелдә, 11.00 сәғәттә башлана.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: