Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
10 Апрель , 08:00

Ҡыярҙары өлгөргән дә инде

Тышта урыны-урыны менән ҡар ята, ә бында 7 марттан бирле ҡыяр ашайҙар.

Ҡыярҙары өлгөргән дә инде
Ҡыярҙары өлгөргән дә инде

Краснокама районының Ҡуян ауылында урынлашҡан “Һабантуй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тиҫтә йыл дауамында йәшелсәселек, атап әйткәндә, ҡыяр үҫтереү менән уңышлы шөғөлләнә. Рәт-рәт булып теҙелгән теплицаларға килеп инеү менән үҙеңде йәм-йәшел оазисҡа эләккәндәй хис итәһең. Тышта әле урыны-урыны менән ҡар ята, ә бында хуш еҫле ҡыярҙар өлгөрә.

Йәмғиәттең директоры Элхан Мөхәббәт улы Гасанов 2014 йылда ойошторған эшмәкәрлеген ошо йылдар дауамында тотороҡло дауам итеп, үҙ продукцияһын баҙарҙа танытып өлгөргән. Бөгөн “Һабантуй”ҙа үҫтерелгән ҡыяр Краснокама районының, Нефтекама һәм Өфө ҡалаларының сауҙа нөктәләрендә ҙур һорау менән файҙалана.

Эштәрҙе ойоштороп алып барыуҙа идарасы Әлфидә Мәҡсүтованың роле ҙур.

– Коллективта 11 кеше эшләй, башлыса барыһы ла – ауыл кешеләре. Быйыл 20 ғинуарҙа тәүге сәсеүҙе башҡарҙыҡ, 7 мартта беренсе уңышты йыйҙыҡ. Эштәр көйлө генә бара – көн аша 3,5 тонна уңыш йыйып оҙатыла, – тип һөйләне Әлфидә Дарвин ҡыҙы.

Теплицаларҙың дөйөм майҙаны 0,8 гектар тәшкил итә. Эшселәр үҫентеләрҙе тейешенсә тәрбиәләүгә, ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшкә, уңышты ваҡытында йыйып оҙатыуға, теплицаларҙы эшкәртеүгә ҙур иғтибар бүлә. Йәмғиәт продукцияны күмәртәләп һатыуға өҫтөнлөк бирә.

Хеҙмәткәрҙәр эш хаҡына риза: ул уртаса 25-30 мең һум тәшкил итә. Күптәр бында оҙаҡ йылдар эшләй. Беҙ барғанда яңы уңышты йыйыу менән мәшғүл булған Ирина Иштуғанова менән Рина Байрамова ла – тап шундайҙар сафынан. “Көн аша 150-200 грамм тартҡан, 15-18 сантиметрға еткән ҡыярҙарҙы йыйырға тырышабыҙ”, – ти уңған хеҙмәткәрҙәр.

Ер эйелгәнде ярата, ти халыҡ. Эйе, ергә бәйле эштең ҡайһыһы ла еңел түгел. Сауҙа кәштәләренә оҙатылғанға тиклем ошо хуш еҫле йәшелсәне үҫтереүгә лә күпме көс, фиҙакәрлек һалына.

“Һабантуй” йәмғиәтенең уңған коллективына эштәренең һәр саҡ уң булыуын теләп хушлаштыҡ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Фотоларҙа: Йәмғиәт идарасыһы Әлфидә Мәҡсүтова (уртала) хеҙмәткәрҙәр Ирина Иштуғанова һәм Рина Байрамова менән. 

Ҡыярҙары өлгөргән дә инде
Ҡыярҙары өлгөргән дә инде
Ҡыярҙары өлгөргән дә инде
Ҡыярҙары өлгөргән дә инде
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: