Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
18 Апрель , 18:50

Саҡмағош баҫыуҙарында ла трактор тауыштары ишетелә

Тырмалау һәм дымды ябыу, орлоҡтарҙы ағыулау дауам итә. Тиҙҙән баҫыуҙарҙа сәсеү кампанияһы башланасаҡ.

Саҡмағош баҫыуҙарында ла трактор тауыштары ишетелә
Саҡмағош баҫыуҙарында ла трактор тауыштары ишетелә

Саҡмағош районында ла баҫыу эштәре башланған. Мәғлүм булыуынса, тәүгеләрҙән булып баҫыу эштәренә “Базы” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Герой” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы, “Заря”, “Алға” ауыл хужалығы етештереү кооперативтары ныҡлап тотонған.

– Хужалыҡтарҙа күп йыллыҡ үләндәрҙе һәм ужым культураларын туҡландырыу тулы көсөнә бара. Шулай уҡ тырмалау һәм дымды ябыу, орлоҡтарҙы ағыулау дауам итә. Тиҙҙән баҫыуҙарҙа сәсеү кампанияһы башланасаҡ. Агрегаттар һәм техника ышаныслы, механизаторҙар тәжрибәле. Аграрийҙарыбыҙға уңыштар һәм уңайлы һауа торошо теләйбеҙ! – тип белдерҙе Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев.

Фото: Реканс Ямалеев

 

Саҡмағош баҫыуҙарында ла трактор тауыштары ишетелә
Саҡмағош баҫыуҙарында ла трактор тауыштары ишетелә
Саҡмағош баҫыуҙарында ла трактор тауыштары ишетелә
Саҡмағош баҫыуҙарында ла трактор тауыштары ишетелә
Саҡмағош баҫыуҙарында ла трактор тауыштары ишетелә
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: